ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
17 Май 2019, 13:17

Ҡайтып киләм тыуған Смағыма...

Һәр кемдең тыуған яғы яҡын һәм ҡәҙерле булалыр.Минең дә үҙенә һәр ваҡыт тартып торған ауылым бар. Ғаиләбеҙ менән Мәләүездә йәшәһәк тә, мөмкинлек булған һайын ауылыбыҙға ашҡынабыҙ.

Һәр кемдең тыуған яғы яҡын һәм ҡәҙерле булалыр.
Минең дә үҙенә һәр ваҡыт тартып торған ауылым бар. Ғаиләбеҙ менән Мәләүездә йәшәһәк тә, мөмкинлек булған һайын ауылыбыҙға ашҡынабыҙ. Шунда йәнебеҙгә рухи көс, тәнебеҙгә сихәт алып кинәнәбеҙ. Ҡоласын йәйеп көтөп тороусы өләсәйҙәремде, мөмкин булһа, бер көнгә лә ҡалдырмаҫ инем. Мин уларҙан һабаҡ-аҡыл алам, кәңәштәре аҡтан ҡараны айырырға өйрәтә. Шуға ла мин үҙемде бәхетле, тип уйлайым. Тыуған яғым тәбиғәте лә, илгәҙәк бала шикелле үҙенә ылыҡтыра. Моғайын, тәүге тапҡыр юлы төшкән кеше ауылымдың тәбиғәтенә генә түгел, ә ауылдаштарымдың күңелдәре матурлығына, ихласлығына, илгәҙәклегенә иғтибар итмәй ҡалмайҙыр.
Ауылым тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан: бер яҡтан күккә ашҡан Өс туған, икенсе яҡтан Ҡыҙҙар тауы уратып алһа, ауылымдың эргәһенән генә йәмле Нөгөш аға.
Һағынып ҡайтып киләм... Таныш урам - Динис Бүләков урамы. Был урамда ике өләсәйем мине һағынып көтөп тора. Ҡасандыр абруйлы, оло рухлы яҡташым Динис Бүләков ошонда йәшәгән...
Был ғәжәйеп оло йөрәкле, изге күңелле яҙыусының арабыҙҙан китеүенә 24 йыл. Быйыл уға 75 йәш тулған булыр ине.
Дауамын гәзиттең 40-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: