ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Июль 2019, 15:29

Нөгөш буйы гөрләне

Үткән менән ҡыҙыҡһыныу кешенең ҡанына һеңгән. Тамырҙарҙы барлау - киләсәк быуынды тәрбиәләү, өмөт тәҙәләрен асыу ул. Ошо изге башланғыстарҙы юғалтмау маҡсатында Эткөсөк ауылында Шәжәрә байрамы уҙғарылды.

Үткән менән ҡыҙыҡһыныу кешенең ҡанына һеңгән. Тамырҙарҙы барлау - киләсәк быуынды тәрбиәләү, өмөт тәҙәләрен асыу ул. Ошо изге башланғыстарҙы юғалтмау маҡсатында Эткөсөк ауылында Шәжәрә байрамы уҙғарылды.
Тирмә ҡоролған, тәмле ит еҫтәре сығарып, ҡаҙан ҡайнаған Ҡылы туғайында аҙан тауышы яңғырай. Байрамға фатиха биреү менән бергә, ата-олатайҙарҙы иҫкә алырға саҡырып, Эткөсөк ауылы муллаһы Хантимер Комиссаров аят уҡыны. Боһорман ауылы мәҙәниәт йортоноң әйҙәүсе ойоштороусыһы, ошо ауыл ҡыҙы Флүрә Бикташева Эткөсөктөң бик боронғо ауыл булғанлығын һөйләне. тарихи материалдарҙы файҙаланып, 27 быуынға тиклем шәжәрәне өйрәнгән, Миңзәлә Сангишеваның тыуған яҡ тарихы тураһында китабы менән таныштырҙы. Артабан сәхнәгә күп йылдар Боһорманда мәктәп директоры булған Миңлебай Кәлимғолов сыҡты. Ошо сараны ойоштороусы Миләүшә Ҡобағошева, Флүрә Бикташеваға ҙур рәхмәтен еткерҙе, Шәжәрә байрамын уҙғарыуҙы йолаға әйләндереү теләген белдерҙе. ”Эткөсөк олатайҙан таралған Кәлимуллиндар, Сангишевтар, Комиссаровтар заты бик оҫта ҡуллы булған. Бөгөн ауылда уларҙың ишле нәҫел-нәсәбе тырышып донъя көтә”, - тине ул. Эйе, ауылды ағинәй Ғәтиә Смаҡова, 50 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән Файза һәм Ҡасим Смаҡовтар, Рәйсә һәм Әхмәҙи Вәлишиндар, күп бала тәрбиәләгән Зөлфирә һәм Рәзиф Рәхмәтуллиндар, Регина һәм Илгиз Кәримовтар, атай нигеҙен һаҡлаған Эмилия һәм Нияз Әхмәтовтар, яңы йорт төҙөп сыҡҡан Нәзифә һәм Тимур Әхмәровтар, дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләгән атай Сулпан Смаҡов, ҡартайған әсәһен һуңғы көндәренә ҡараған Мансур Хәкимов кеүектәр йәмләй. Күптәргә төрлө номинацияларҙа Маҡтау грамоталары бирелде.
Байрамға йыйлған халыҡты көндөң көйһөҙләнеп тороуы ла ҡурҡытманы. Улар “Аҫылташ”, шулай уҡ Восточныйҙан килгән “Илһам”, “Мираҫ” вокаль ансамблдәренең, Әбет, Ерек үҙешмәкәр артистарының сығыштарын алҡышланы.
Читайте нас: