Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Август 2019, 13:30

Арыҫлан ауылы зыяраты кәртәһе яңыртылды

Ауылдарҙа өмәгә йыйылып эшләү йолаһы борондан бар. Арыҫлан ауылы халҡы ла йыш ҡына тирә-яғын нығытыр, йәмләр өсөн бергә йыйыла. Һуңғы йылдарҙа улар мәсет төҙөнө, Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәлде күсереп буяны.

Ауыл зыяраты торошо ла халыҡ иғтибарынан бер ҡасан да ситтә ҡалманы. Үткән йомала ир-егеттәр уның кәртәһен яңыртырға йыйылды. Көн һайын иртән сығып, улар төшкө ашҡа тиклем тырышып эшләне. Өмә барышында тимер бағаналар ҡағылды, ағас кәртә урынына иҫке тимер кәртә, ә уның урынына яңыһы ҡуйылды. Ҡатын-ҡыҙҙар эшселәрҙе көн дауамында ашатыу хәстәрлеген күрҙе.
Читайте нас: