ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
5 Сентябрь 2019, 14:21

Башҡортостандың алыҫтағы ауылдарында 3 мең социаль объект интернетҡа тоташтырыла

Республикала «Һанлы иҡтисад» милли программаһы буйынса алыҫтағы күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. Мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары һәм башҡа социаль әһәмиәтле объекттар интернетҡа тоташтырыла.

«Социаль әһәмиәтле учреждениелар интернетҡа федераль бюджет аҡсаһына Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «Башинформсвязь» йәмғиәте араһындағы дәүләт килешеүе сиктәрендә тоташтырыла. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттарҙы тоташтырыу федераль ҡаҙнаға 1,7 миллиард һумға төшә», - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Килешеү шарттарына ярашлы, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль әһәмиәтле объекты интернетҡа тоташтырыла.
Эштәр тамамланғас, элемтә операторының төҙөлгән инфраструктураны ошо уҡ ауылдарҙа физик һәм юридик берәмектәрҙе интернетҡа тоташтырыу өсөн файҙаланыуы күҙ уңында тотола.
«Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы ил президенты Владимир Путиндың май указы менән башланды. Социаль әһәмиәтле проекттарҙы интернетҡа тоташтырыу «Һанлы иҡтисад» милли программаһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Мәрхәбә ҒӘЙНЕТДИНОВА.
Читайте нас: