ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Октябрь 2019, 16:47

“Айыу майы” һөртмәһендәр тиһәгеҙ...

Малығыҙға үҙегеҙ күҙ-ҡолаҡ булығыҙ

Малығыҙға үҙегеҙ күҙ-ҡолаҡ булығыҙ

Башҡортостанда мал урлау менән бәйле енәйәт һаны кәмеүе күҙәтелә. Туғыҙ айҙа район-ҡала биләмәһендә 5 осраҡ теркәлгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда етәүгә аҙыраҡ.

Билдәле булыуынса, урлашыуҙың был төрө башлыса яҙғы-йәйге осорҙа күберәк осрай. Район буйынса яҙ көнө - бер, йәйен ике енәйәт теркәлде. Нигеҙҙә малды төндә, яҡшы һаҡланмаған көтөүлектән һәм бикләнмәгән һарайҙан урлайҙар. Быйыл ике осраҡ буйынса енәйәт эше асылды.

Күп осраҡта малды ҡарауыллау эше тейешле кимәлдә ойошторолмаған хужалыҡтан һәм һыйыр, йылҡыһын ҡарауһыҙ сығарып ебәргән кешеләрҙекен урлайҙар.

Тәжрибәнән күренеүенсә, уғрыларға ҡаршы көрәштең бик үк уңышлы булмауында түбәндәгеләр сәбәпсе:

- граждандар малы юғалыу тураһында ваҡытында мөрәжәғәт итмәй;

- малсылыҡтың социаль әһәмиәтен баһалап бөтмәй;

- ит продукцияһына һорауҙың ҙур, уны һатыу еңел һәм килемле булыуы;

- халыҡтың тормош кимәле түбәнлеге.

Урлауға килтергән сәбәптәргә йәнә мал һанын дөрөҫ иҫәпләмәүҙе, яуаплы кешеләрҙең контроле булмауын, ҡура-аҙбарҙарҙың, көтөүлектәрҙең һаҡланмауын, тейешле кимәлдә йыһазландырылмауын индерергә мөмкин.

Мал юғалыуын үҙ ваҡытында асыҡлау енәйәтте уңышлы асырға булышлыҡ итә.

РФ Эске эштәр министрлығы район-ҡала буйынса бүлеге.
Читайте нас: