Конгэк
-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
21 Ноябрь 2019, 15:26
Ә ауылда - ҡаҙ өмәһе
Ҡасандыр ауылда һәр йорт һайын оя-оя ҡаҙ үҫтергән, ҡар яуып, ер туңдырғас уны күрше-күлән, тыуған-тыумаса менән йыйылышып һуйған, көйәнтәләргә элеп, теҙелешеп шишмәләргә йыуырға барған саҡтарҙы хәҙер өлкән быуын кешеләре генә хәтерләй.
Ҡасандыр ауылда һәр йорт һайын оя-оя ҡаҙ үҫтергән, ҡар яуып, ер туңдырғас уны күрше-күлән, тыуған-тыумаса менән йыйылышып һуйған, көйәнтәләргә элеп, теҙелешеп шишмәләргә йыуырға барған саҡтарҙы хәҙер өлкән быуын кешеләре генә хәтерләй.
Бөгөн дә ауылдарыбыҙҙа иң матур, боронғо йолаларҙың береһе - ҡаҙ өмәләре гөрләй. Тыуған-тыумаса, күршеләр менән бергәләп өмә үткәреү, ит бәлештәре, майлы һурпалар бешереп, яҡындарҙы һыйлау ғәҙәте бөтә күрмәһен инде.
Гәзитебеҙҙе уҡыусы Зүлиә Иҫәньюлованан алма тултырылған ҡаҙ бешереү рецепты:
Ҡаҙҙың эсенә һәм тышына тоҙ, борос, һарымһаҡ ышҡырға. Тиреһенә кескенә тишектәр яһап, һарымһаҡ киҫәктәре ҡыҫтырырға. Эсенә туралған алма тултырырға ла еп менән тегеп ҡуйырға. Ҡош түшкәһен табаға арҡаһы менән һалырға һәм табаға ярты стакан һыу һалып, һалҡын духовкаға (ҡаҙ әкренләп йылынырға тейеш) тығырға. Ҡыҙҙырғанда ҡаҙ өҫтөнә бүленеп сыҡҡан майын һәм һурпаһын даими өҫтөнә һибеп тороға кәрәк. Тәмле ризыҡ 2,5 - 3 сәғәттән әҙер була.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит