ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
4 Декабрь 2019, 14:39

Ҡотоштарға трактор кәрәк!

Ат заманы үтте. Хәҙер нимә генә тотоп эшләйем тиһәң дә хәҙер ҡеүәтле техника кәрәк. Ҡотош ауылы клубында үткән сираттағы йыйылышта халыҡ биләмә территорияһында сүп-сар таҙартыу, ҡый үләнен сабыу, ҡар таҙартыу, мохтаждарға утын килтереү һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн трактор булдырыу тураһында һорау күтәрҙе.

Ат заманы үтте. Хәҙер нимә генә тотоп эшләйем тиһәң дә хәҙер ҡеүәтле техника кәрәк. Ҡотош ауылы клубында үткән сираттағы йыйылышта халыҡ биләмә территорияһында сүп-сар таҙартыу, ҡый үләнен сабыу, ҡар таҙартыу, мохтаждарға утын килтереү һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн трактор булдырыу тураһында һорау күтәрҙе. Был проблема түгел, теләгең һәм дә аҡсаң ғына булһын. Тағы ла был кәрәкле эшкә, асыҡлап әйткәндә, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашҡандарға, дәүләт тә ярайһы ғына сығым бүлә.
Теләк бар, алға бергәләп үтәй алырҙай маҡсат ҡуйылған. Әлегә ауылдаштар тарафынан һайланған биш кешенән торған төркөм конкурсҡа ебәреү өсөн документ әҙерләй.
Бына ошондай яҡшы хәбәрҙәр бар Ҡотош ауылында, ә һеҙҙә ниҙәр бар? Ватсап-хәбәргә яҙып ебәрегеҙ.
Читайте нас: