Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
6 Декабрь 2019, 12:53

Айыҡлыҡҡа юл үҙ-үҙеңде еңеүҙән башлана

Айыҡлыҡты өҫтөн итеүселәр, йәғни «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында беҙҙең район ауылдары ла бар.

Айыҡлыҡты өҫтөн итеүселәр, йәғни «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында беҙҙең район ауылдары ла бар.

Башҡортостан кимәлендә үҙҙәрен танытырға теләүҙәренә ғәжәпләнәһе түгел, бар йәһәттән дә тырыш, күптәргә өлгө булырҙай улар. Конкурстың бар шарттарын да үтәп, урындағы тораҡ пункттар айыҡ ауыл исеме өсөн көрәште.

Беҙҙең райондан финалға Аптраҡ, Арыҫлан, Ергән һәм Иштуған ауылы биләмәләре сыҡты. Конкурсҡа йомғаҡ яһау ваҡытында уларҙың хакимиәт башлыҡтары Арыҫлан, Апас, Иштуған, Столяровка ауылдарында башҡарылған эштәр менән таныштырып үтте, жюри ағзаларына үҙ презентацияларын тәҡдим итте.

Арыҫлан биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов әйтеүенсә, ауыл халҡы был конкурсҡа бик етди ҡарашта. Уңған, берҙәм халыҡ йәшәгән төбәктә кешеләр мал тота, умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

Ауылдаштарына һәр яҡлап өлгө булырҙай ғаиләләр, сәләмәт тормош алып барған, спорт яратҡандар ҙа етерлек был төбәктә.

Ауылда үткән өмәләр ваҡытында ла айыҡ тормошто пропагандалаған һөйләшеүҙәр алып барыла. Сәләмәт тормошҡа әйҙәүсе иман йорто ла кешеләр тормошонда мөһим роль уйнай, никах теркәү, балаға исем ҡушыу кеүек дини йолалар ҙа мәсеттә атҡарыла.

«Айыҡ ауыл» конкурсы эскелеккә ҡаршы көрәш кенә түгел, ул - айыҡлыҡты пропагандалаусы, сәләмәт тормош рәүешен яҡлаусы сара.

Әүҙем, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәүселәр һоҡланғыс замандаштарыбыҙ сафын ишәйтер. Конкурс ҡуйған изге маҡсат та шуға нигеҙләнгән.

Апастар 2011 йылда республика кимәлендә призлы урын яулағайны. Бәләкәй генә ауыл булһа ла, бында эшһөйәр, сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк биргән халыҡ йәшәй. Эскеһеҙ ҙә бына тигән итеп донъя көтөп була, тигән фекерҙә апастар. Улар ауылды төҙөкләндереү, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен яҡшыртыу кеүек мөһим эштәр яҡлы.

Иштуған ауылы халҡы ла был конкурсҡа тик ыңғай ҡарашта. Ауылда шәжәрә, ҡорбан, ураҙа байрамдары үткәрелә, халыҡ тормошонда мәсеттең дә роле ҙур. Кешеләр ҡымыҙ, буҙа кеүек милли эсемлектәрҙе үҙҙәре етештерә.

Төрлө милләт кешеләре үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй был төбәктә. Хаҡлы ялдағылар ҙа ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәш быуынға ололарҙың аҡыллы һүҙе, кәңәшенең дә тәьҫире көслө.

Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған Столяровка ауылы халҡы ла әүҙем тормош алып бара, яңы йорттар төҙөй. Унда ҡаланан күсеп ҡайтҡан ғаиләләр ҙә бар. Улар быға тиклем дә төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашҡан булған.

Ошо көндәрҙә «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһалды. Беҙҙең район данын республика кимәлендә Арыҫлан ауыл биләмәһе яҡлаясаҡ.

Айыҡлыҡ хәмерҙән баш тартыуҙан ғына түгел, яҙмышыңдың үҙ ҡулыңда икәнлекте аңлауҙан башлана.

Конкурста ҡатнашыуҙың төп маҡсаты унда ниндәйҙер урын алыу түгел, халыҡ өсөн башҡарылған мөһим эштең ыңғай һөҙөмтәһен күреү үҙе үк ҙур еңеү ул.
Читайте нас: