Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
6 Декабрь 2019, 12:27

Юлдар - тормош көҙгөһө

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында кешеләрҙең үҙ инициативаһы, тәҡдиме менән ҡатнашыуы ауыл ерендә социаль проблемаларҙы хәл итеү менән бергә уртаҡ көс менән төҙөлгән объектҡа һаҡсыл, хужаларса ҡараш та тәрбиәләй.

Дмитриевка ауылында программаһы сиктәрендә юл төҙөкләндереү мәсьәләһе хәл ителәсәк, тип көтөлә. Юл - тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй.

Ауыл был программала тәүге тапҡыр ҡатнаша. Проект хуплау тапһа, аҡса Крәҫтиәндәр һәм Механизаторҙар урамдарын тәртипкә килтереүгә йүнәлтеләсәк. «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы кооперативы был эшкә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә әҙер. Йыш ҡына ҡом-таш түшәп, юлды тигеҙләп тороуға киткән аҡсаны иҫәпләһәң, сығымдар күберәк килеп сығасағын күҙ уңында тотоп, Дмитриевка халҡы урамдарына асфальт һалдырыу яҡлы.

Төҙөк юлдар халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙырып ҡына ҡалмай, ауылға йәм дә өҫтәйәсәк.

Күреүебеҙсә, алда маҡсаттар ҙур. Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш ауылдарҙа тормош-көнкүреште тағы ла яҡшыртыуға ҡоролған.
Читайте нас: