ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
18 Декабрь 2019, 17:34

Бәхет эргәлә

Иғтибар иткәнегеҙ бармы: ҡайһы бер ауыл үҙенең тышҡы йөҙө, бөхтәлеге менән үҙенә йәлеп итеп тора. Яңы Казанковкаға ла инеү менән ҙур ангарҙар, төҙөк ферма биналары, яңы төҙөлгән йорттар, киң урамдар күҙгә ташлана. Беҙ яҙасаҡ Байрамғоловтар ғаиләһе лә бер нисә йыл ошо ауылға килеп төпләнгән һәм һис тә үкенмәй. Альберт сығышы менән Бөрйән районының Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) ауылынан. Күмертауҙа педагогия колледжында уҡыған сағында Күгәрсен районы ҡыҙы Розалия менән танышып, 2003 йылда ғаилә ҡора.

Иғтибар иткәнегеҙ бармы: ҡайһы бер ауыл үҙенең тышҡы йөҙө, бөхтәлеге менән үҙенә йәлеп итеп тора. Яңы Казанковкаға ла инеү менән ҙур ангарҙар, төҙөк ферма биналары, яңы төҙөлгән йорттар, киң урамдар күҙгә ташлана. Беҙ яҙасаҡ Байрамғоловтар ғаиләһе лә бер нисә йыл ошо ауылға килеп төпләнгән һәм һис тә үкенмәй.
Альберт сығышы менән Бөрйән районының Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) ауылынан. Күмертауҙа педагогия колледжында уҡыған сағында Күгәрсен районы ҡыҙы Розалия менән танышып, 2003 йылда ғаилә ҡора. Бер нисә йыл тыуған яғына ҡайтып йәшәйҙәр. Һөнәрем буйынса эш юҡ тип йөрөмәй, ҡулынан килгән һәр эшкә тотона: пилорамда ла, торараҡ Өфөгә сығып китеп монтажсы, тәьминәтсе булып та эшләп ҡарай. Туғандары ла Мәләүез яғына тартҡас, ауылдағы йортон һата ла Яңы Казанковка ауылына килеп төпләнә. “Дружба” хужалығында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Етәкселек егәрле хеҙмәткәрҙәренең ҡәҙерен белә, ергә ылыҡтыра, улар өсөн өйҙәр төҙөй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, ваҡытында эш хаҡы түләй.
Яңыраҡ Байрамғоловтар ҙа хужалыҡ төҙөгән йортҡа күсенгән. Ауыл ерендә төпләнгән йәш ғаиләләргә бирелгән программаға ярашлы алынған ярҙамға Әсәлек капиталын ҡушып йөҙ квадрат метр майҙанлы ҡупшы өйҙө быйыл үҙҙәренә хосусилаштырып алғандар. Бер генә шарт бар: биш йыл дауамында ошо хужалыҡта эшләргә. Шөкөр, йәш ғаилә был ауылдан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмай. Ауылда башланғыс мәктәп бар, ҡыҙҙары Нәркәс Стәрлетамаҡта колледжда уҡый, Тимур Сәйет ауылында белем эстәй, Ильясҡа йәш ярым ғына әле, атаһының эштән ҡайтҡанын көтөп йырлай-йырлай уйынсыҡ машина уйната.
Һигеҙ йылда ауылдаштарының ихтирамын яулап өлгөргән улар. Әйткәндәй, ауылда күпселеге йәш ғаиләләр, эскелек күренеше бөтөнләй юҡ, тиһәң дә була. “Эш булмаһа, кеше тайғаҡ юлға баҫа, Аллаға шөкөр, зарланырлыҡ түгел. Хәҙер барыбер кеше йәшәргә тырыша”, - ти хужабикә. Байрамғоловтар күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Беҙ барғанда ла үҙенең ҡорос атын егеп, сөгөлдөр һығынтыһы алып ҡайтырға шәкәр заводына йыйынып йөрөгәнендә тап иттек. “Малды һимертергә бигерәк шәп, хаҡы ла осһоҙ ғына”. - Ғаилә башлығы алған тауарының чегын алып күрһәтте.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Альберттың эшһеҙ ултырғаны юҡ. Яҙлы-көҙлө сәсеү-урыуҙа “Джандир”, ”Агрос - 595” комбайнын “эйәрләһә”, ҡышын фермала малдарға аҙыҡ тарата. Ауыл хужалығы өлкәһендә күп йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләгән.
Читайте нас: