ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
13 Ғинуар 2020, 01:02

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы

Аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сәхифәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ғариза биргәндән һуң дәғүәселәрҙең документтары түбәндәге адрестарға ебәрелә:
Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә ауыл уҡытыусылары өсөн федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала. Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
Читайте нас: