Был хәл район ауылдарының береһендә була. Фермаға Иван исемле яңы зоотехник эшкә урынлаша. Һауынсылар менән танышып, исемдәрен дә белеп өлгөрмәҫ элек, береһе көн һорап килә. Надежда Зәминә менән алмашырға тип алдан һөйләшеп тә ҡуйған.
Кем булаһығыҙ? - тип һорай икән егет һауынсынан. Надежда Логинова. Иртәгәлеккә ебәрмәҫһегеҙме икән, тип килгәйнем. Ярар, за тебя эшләргә кем ҡала? Ну, шул за тебя кем ҡала тип һорайым бит һуң. Иптәш Логинова, мине йәш кеше тип шаяртып ултырмағыҙ, серьезный һорау ҡуйылғанда. За тебя кем эшләй? Зоотехник асыулана төшкән. Ә Надеждаға ҡыҙыҡ, көлөүҙән саҡ тыйылып, бер һүҙҙе ҡабатлап тик тора икән.
Һуңғы тапҡыр һорайым, Логинова, әтеү ебәрмәйем. Һеҙҙең өсөн кем эшләйәсәк? Шул саҡ Зәминә килеп инә.
Вәт бына ошо гражданка Заминя исемле, иптәш Иван фәләнович, - ти Надежда. Как так?! - тигән була егет. Һин иптәш аптырап ултырма, анау өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар араһында беҙҙең исемлекте уҡып сыҡ, - тигән дә, шарҡылдап көлөп ебәргән. Иван оялышынан ҡыҙарып-бүртенеп бөткән, ә Зәминәне Заминя түгел, шаяртып Затебя тип йөрөтә башлағандар