Конгэк
+8 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Февраль 2020, 23:27
Тибендә
Шиғри тулҡындарҙа
Ап-аҡ ҡарҙың өҫтөн биҙәп
Күкһел тау итәгендә,
Ҡыңғырауҙар зыңғырлатып,
Аттар йөрөй тибендә.
Ҡасандыр бит ошо ерҙә
Эҙ ҡалдырған ата-бабам.
Ҡурай һуҙып, ҡымыҙ бешкән,
Сит-ят булған сәскес, һабан.
Йылдар үткән... Һыуҙар аҡҡан,
Өр-яңыса йәшәй халҡым.
Ә тибендә үҙ “йолаһын”
Һаҡлай һаман башҡорт аты.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша