Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
12 Март 2020, 17:20

Ҡыяр орлоғон нисек һайларға?

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Лилиә НУРЕТДИНОВАның кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ

Орлоҡ сифаты - киләсәк уңыш нигеҙе. Шуға йәй буйы тәмле, мул уңыш биргән ҡыяр үҫтерәм тиһәгеҙ, уға иғтибарлы булығыҙ.
Бөгөн магазин кәштәһендә ниндәй генә орлоҡ юҡ. Хаҡтары ундан йөҙ һумға тиклем. Әлбиттә, ниндәйен алырға белмәйһең. Ҡыйбат орлоҡ алып та, уңышһыҙ ҡалған йылдар була. Ә бына ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре орлоҡ ҡалдыра. Был осраҡта 2 - 3 йыл һаҡланғанына өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер йыллыҡтан, ғәҙәттә, буш сәскәләр генә йыйып алырға мөмкин.
Теплицаға ултыртыу өсөн алдан шытымдар әҙерләп ҡуйырға булһағыҙ, диаметры ун сантиметрҙан ҙурыраҡ булған һауытҡа бер генә ҡыяр сәсегеҙ. Ә шытым асыҡ түтәлгә ултыртыуға әҙерләнһә, киреһенсә, бәләкәсерәк һауыт кәрәк булыр.
Ҡыяр орлоғо һауа етмәүгә тиҙ бирешә. Шуға һауыттағы ер еңел һәм йомшаҡ булыуы шарт.
Орлоҡ сәселгән һауыттарҙың өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы урынға ултыртырға кәрәк. Улар 3-5 көндән морон төртөр. Һыуҙың температураһы ла ошо градуста булыуына иғтибар итегеҙ. Үҫентеләр 4-7 көнлөк булғас, температураны 16-18 градусҡаса кәметергә була. Был осраҡта үҫентеләр оҙонлоҡҡа китмәҫ.
Сәсер алдынан орлоҡто махсус әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн марганцовка йәки биологик препараттар араһынан гумат + 7, экстрасолом, гамаир, алирином, трихоцином кеүек зарарһыҙ, шулай ҙа инструкцияла яҙылған дәүмәлдә эшкәртең мөһим.
Иртәрәк ашай башлар өсөн ҡайһы мәлдә сәсергә һуң? Теплицаға ултыртыласаҡ йәшелсәне апрелдең 20-ләренән һуң, асыҡ түтәлгә майҙың беренсе декадаһында ултыртырға кәңәш ителә. Был осраҡта ҡыярҙы бер айға алдараҡ ашай башларһығыҙ. Тимәк, 1 июнгә өҫтәлегеҙҙә тәүге ҡыяр буласаҡ.
Әгәр йәшелсәгә йылы етмәһә, ул оҙонға үҫә. Был осраҡта уны төпкәрәк төртөп, йә ер өҫтәп ҡотҡарырға була. Теплицаға, йә асыҡ түтәлгә ултыртыласаҡ үҫентенең 3-4 япрағы булырға тейеш. Ер һәйбәт булһа, ҡыярға өҫтәмә ашлама индереү кәрәкмәй. Сибек күренһә, минераль ашлама индерергә кәрәк. Беренсе тапҡыр шытып сығыуға ике аҙна үткәс, икенсеһендә үҫентене күсереп ултыртыр алдынан бер-ике көн алдан ашлағыҙ. Ашлама 10 литр һыуға бер аш ҡалағы самаһы алына.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.
Читайте нас: