ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
18 Март 2020, 14:55

Халыҡ кәсептәре тергеҙелә

Булдыҡлы булдырыр, эшен дә уңдырыр

Һуңғы йылдарҙа республикала, шул иҫәптән район-ҡалала халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл Башҡортостанда үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә был йүнәлештә эш айырыуса киң йәйелде. Төрлө кимәлдәге күргәҙмәләр, байрамдар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу - шуға асыҡ миҫал.
Был эшмәкәрлеккә райондың “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы ла әүҙем ҡушылды. Күптән түгел улар Зәйлә Әлмөхәмәтова етәкселегендәге “Илһам” ансамбле башланғысы менән Восточный мәктәбендә кейеҙ баҫыу һәм унан төрлө әйбер яһау буйынса мастер-класта ҡатнашты. Унда Алина Хантимерова халҡыбыҙҙың оҫталар кәсебенә әйләнгән шөғөлө тураһында бай мәғлүмәт бирҙе.
Билдәле булыуынса, башҡорттар элек-электән йөндән баҫылған әйберҙе киң ҡулланған. Кейеҙҙән аяҡ, өҫ, баш кейемдәре теккәндәр. Йорт ҡаралдыһы, ат егеү кәрәк-ярағы, тирмә эшләгәндәр. Тәбиғи материалдың һаулыҡ өсөн файҙалы булыуы ла иғтибарҙы йәлеп иткән. Был шөғөл айырыуса һарыҡты күпләп тотҡан төбәктәрҙә таралған.
Алина Фәнил ҡыҙы халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҙ аллы өйрәнгән һәм уны яҡташтары араһында таратыуға, үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә. Кейеҙ баҫыу төрҙәре тураһында видеопрезентациянан һуң, унда ҡатнашыусыларға йөндө әүәләргә өйрәтте. Был эш уҡыусыларға ғына түгел, Первомай, Һарыш, Восточный, Иштуған, Һыртлан, Аптраҡ ағинәйҙәренең бөтәһе өсөн дә бик мауыҡтырғыс күренде. Улар яңы эшмәкәрлеккә ҙур теләк менән тотондо. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта төрлө төҫтәге йөндән бик матур сәскә эшләргә өйрәнделәр. Һәр кем үҙе яһаған ҡул эшен ошо матур сараның иҫтәлеге итеп алып ҡайтты. Ә оҫталыҡ дәресе, ысынлап та, күркәм ваҡиғаға әйләнде. Уны сағыу байрамға әйләндереүгә “Илһам” ансамбле ҙур көс һалғайны. Ҡатнашыксыларға айырыуса уларҙың дәртле йырҙары, үҙҙәре бәйләгән шәлдәре менән бейеүе оҡшаны. Ғөмүмән, ансамбль халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен таратыу буйынса ҙур эш алып барыуын күрһәтте. Кейеҙҙән бер төрлө түшелдерек эшләп кейергә лә өлгөргәндәр. Ҡашмау, селтәр кеүек милли биҙәүестәр башҡа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кеүек илдең оборона ҡеүәтен арттырыу өсөн китмәһен, ә әсәләренән мираҫ булып, ҡыҙҙарына ҡалһын ине тигән теләк менән, шағирә Мәрйәм Күсмәева үҙенең яңы яҙған шиғырын уҡыны. “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия Латипова сараның йәш быуын өсөн генә түгел, ә өлкәндәргә лә фәһемле булыуын билдәләп, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте.
Читайте нас: