ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
23 Март 2020, 14:10

Дөйөм көс менән уңышҡа өлгәшергә була

Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә әүҙем эшләй. Былтыр Смаҡта спорт майҙансығы төҙөлгән. “Аныҡ эштәр проекты” буйынса балалар баҡсаһының ҡоймаһы яңыртылған. Быйыл яңауылдар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә һәйкәл төҙөтмәксе. Ә шәриптәр зыяратты кәртәләргә ниәтләй.

Райондың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында мәғлүмәт биреү, тораҡ пункттарҙағы мәсьәләләрҙе асыҡлау, урында хәл ителмәгәндәрҙе контролгә алыу, киләсәккә бурыстар билдәләү маҡсатында ауыл биләмәләрендә йыл һайын Хакимиәт көндәре ойошторола. Район хакимиәте, мәғариф идаралығы, үҙәк район дауаханаһы, хоҡуҡ һаҡлау структураһы, социаль хеҙмәттәр һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре ингән эш төркөмдәре быйыл да төҙөлдө һәм график буйынса граждандар сходтары башланды.
Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө Арыҫлан ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты. Ринат Рим улы граждандарҙы төбәктең былтырғы эш һөҙөмтәләре, йәшәйештең төрлө өлкәләре күрһәткестәре менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Былтырғы йыл ябай булмауын, әммә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеүен билдәләне.
- Райондың иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, халыҡтың тормош кимәлен, муниципаль хеҙмәттең сифатын күтәреү буйынса эш артабан да дауам итәсәк, - тине мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе.
Предприятиелар йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлаған. Һатылған продукция, күрһәтелгән хеҙмәт һәм башҡарылған эш күләме 10,6 миллиард һум тәшкил иткән. Минераль ашламалар заводы етештереү күләмен арттырған. Һөт-консерва һәм ит комбинаттары тотороҡло эшләгән. Продукцияға хаҡ төшөүгә бәйле шәкәр заводы ваҡытлыса туҡталды. Ә бына яңынан эш башлаған ҡошсолоҡ комплексына ҙур өмөт бағлана.
Инвестиция йәлеп итеү мәсьәләһенә, эшҡыуарлыҡты, агросәнәғәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Былтыр аграрийҙар ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртты, тоҡомло мал һанын арттырҙы. Төҙөлөш өлкәһендә лә тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Районда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса эш дауам итә. Үткән йылда ауыл биләмәләрендә 14 проект ғәмәлгә ашырылды.
Арыҫлан ауыл биләмәһе лә был йүнәлештә әүҙем эшләй. Былтыр Смаҡта спорт майҙансығы төҙөлгән. “Аныҡ эштәр проекты” буйынса балалар баҡсаһының ҡоймаһы яңыртылған. Быйыл яңауылдар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә һәйкәл төҙөтмәксе. Ә шәриптәр зыяратты кәртәләргә ниәтләй. Был хаҡта биләмә хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов үҙенең сығышында билдәләп үтте. Ғөмүмән, ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш алып барыла. Былтыр урамдарҙы яҡтыртыуға, рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөүгә етди иғтибар бирелгән. Был йүнәлештә быйыл да аныҡ бурыстар билдәләнгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Смаҡ, Береговка, Яҡтыкүлдә һәйкәл һәм обелискылар ремонтланасаҡ, Арыҫланда мемориаль таҡта урынлаштырыласаҡ. Шәриптәр Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында зыяратты кәртәләү проекты менән ҡатнашмаҡсы.
Был көндә биләмә халҡы байтаҡ һорауына яуап алды. Улар Нөгөш ярын нығытыуға, умартаны баҫыуҙан ниндәй аралыҡта ултыртыуға, ябылған мәктәп биналары яҙмышына, Смаҡта туҡталыш урынлаштырыуға, сүп сығарыуға, көнкүреш газына түләүҙәргә ҡағылышлы проблемалар күтәрҙе. Шулай уҡ берәҙәк эттәр, законһыҙ алкоголле эсемлек һатыу көнүҙәк мәсьәләләр иҫәпләнә. Рәхмәт һүҙҙәре лә яңғыраны. Смаҡтар биләмәлә медицина хеҙмәтләндереүе яҡшы ойошторолғанлығы өсөн үҙәк район дауаханаһы вәкиленә йылы һүҙен еткерҙе.
Сходты йомғаҡлап, Ринат Рим улы киләсәккә билдәләнгән мөһим бурыстарҙың дөйөм көс менән уңышлы хәл ителеренә ышаныс белдерҙе. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бөтә шарттарҙың, ә иң мөһиме - эшһөйәр, илһөйәр кешеләр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: