ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Апрель 2020, 02:16

Кемдер өйҙә ултыра, кемдер тәбиғәткә һөйөнә

Бында аҡҡоштар йөҙә - тажлы-тажһыҙ вирустар йыраҡ йөрөй.

Тарихтан билдәле, ерҙә кешеләр, нәпселәре аҙып, әхлаҡты онотоп шашынһа, Илаһи көс, ер йөҙөн бысраҡлыҡтан таҙартырға тырышҡандай, ниндәй булһа ла афәт ебәрә. Быйыл да бар тәбиғәт уянып, яңырыу кисергәндә, Алланан ҡурҡыуҙы, бәндәнән оялыуҙы онотоп, самаһыҙ ҡыланған әҙәм балаһын тәүбәгә ҡайтарыу ниәтендә күҙгә күренмәгән вирус менән төрлө яҡлап сикләп, уйланырға форсат бирә...
Ә яҙ яҙлығын итә, сағыу ҡояш, урамға саҡырып сағыу нурҙарын һибә, үләндәр морон төртә, бөрөләр бүртә, сәскәләр ата... Тәбиғәт һәр йылдағыса йәшәүен дауам итә, ниндәй генә ҡаршылыҡтар булһа ла, тормош ҡайнай.
Аллаһ исеме яҙылған Таллы тауы итәгендә урынлашҡан Түбәнге Таш ауылында Алланың барлығына, берлегенә инанған ихлас кешеләр йәшәй. Һауаһы һулап, һыуы эсеп туйғыһыҙ. Бында тажлы ла, тажһыҙ ҙа вирус бик алыҫта кеүек - ысын тәбиғәт балалары йәшәгән төбәк Хоҙайҙың үҙенең ҡурсыуындалыр.
Халыҡ тәбиғәттән айырылғыһыҙ, һуңғы йылдарҙа айыуҙар менән йәнәш йәшәүгә күнеп тә бара, буғай, әле лә ике балаһын эйәртеп хужаларса йөрөгән инә айыуҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр. Тағы ла бер мөғжизә - төбәгебеҙҙең хозур мөйөшөн быйыл таҙа һыу яратҡан аҡҡоштар ҙа үҙ иткән. Ялға туҡтағандармы, Нөгөш һыуын төйәк итерҙәрме - бөгөн улар күҙҙе иркәләй, олоһон да, кесеһен дә һөйөндөрә. Гүзәл ҡоштарға ҡарап, күңел сафлана, уйҙар яҡтыра, өмөт уяна.
Читайте нас: