ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
26 Май 2020, 13:30

Еләк - баҡса батшабикәһе

Баҡса еләге - бик наҙлы үҫемлек. Саҡ ҡына берәй нәмә оҡшамаһа, ауырыуға һабышып, беҙҙе татлы емешһеҙ ҡалдыра. Шуға иртә яҙҙан уны тәрбиәләргә кәрәк. Тәү сиратта, еләктең һәйбәт сортын һайлағыҙ, агротехника тураһында онотмағыҙ. Быларҙан тыш, еләккә һауа торошо ҙур йоғонто яһай. Тап һыуыҡ һәм ямғыр - ауырыу барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе.

Һоро серек
Был ауырыу бәшмәклеләр төрөнә ҡарай. Айырыуса еләк бешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Ваҡытында уны туҡтатмаһаң, бөтөн еләклеккә күсеүе ихтимал. Ямғырлы йылда йыш осрай. Үҫемлектә һоро тап күрһәгеҙ, тимәк, еләклек ауырыуға дусар ителгән. Кисекмәҫтән уның менән көрәшә башларға кәрәк. Ауырыу ерҙә һаҡланып ҡалмаһын өсөн серегән еләк һәм япраҡтарҙы шунда уҡ өҙөп алығыҙ.
Ауырыу менән көрәшеү саралары
  1. Был ауырыуға дусар булмаған сорттар алыу, мәҫәлән, “Берегиня”, “Надежда”, “Тарда” һәм башҡалар.
  2. Ауырыу еләктәрҙе шунда уҡ өҙөп алыу.
  3. Ваҡытында сүп үләндәрен утау.
  4. Еләк бешә башлар алдынан рәттәр араһына торф, һалам һалыу.
  5. Иртә яҙҙан бордос ҡатнашмаһы менән эшкәртеү.
  6. Еләк сәскә атыр алдынан һәм уңышты йыйып алғандан һуң фунгицидтар менән эшкәртеү.
  7. Крахмаллы ысыҡ
    Был ауырыуҙы ла бәшмәклеләр булдыра. Был осраҡта еләктең япрағы зарарлана. Уларҙа 2-3 миллиметрлыҡ зарарлы нөктә барлыҡҡа килә. Ямғырлы көндәрҙә улар айырыуса көсәйә.
    Иҫкәртеү саралары шул уҡ. Бынан тыш, ун литр һыуға 200 грамм һабын һәм еҙ купоросы ҡушып эшкәртегеҙ.
    Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.
    Читайте нас: