ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
26 Май 2020, 02:03

Ер эше етди ҡараш талап итә

Майҙа баҡса эштәренең иң ҡыҙыу мәле. Йәшелсә ултыртыу, бөртөклө культураларҙы сәсеү, уларҙы төрлө ҡоротҡостарҙан, ҡый үләндәренән, ҡырауҙан һаҡлау кеүек хәстәрлектәр етерлек.

Уңыш сифатына иң тәүҙә нимә йоғонто яһай? Әлбиттә, яҡшы сифатлы орлоҡ һәм дөрөҫ эшкәртелгән ер мөһим роль уйнай.
Беҙҙең шарттарҙа йәшелсә үҫентеләрен башта – өйҙә, һуңынан теплицаға йәки асыҡ һауаға күсереп ултыртыу юлы менән үҫтерергә тура килә, сөнки сағыштырмаса ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ, төбәгебеҙҙә июнь башында ла ҡырау төшөү ихтималлығы ҙур. Шуға күрә сығарып ултыртҡас та, һауа торошона яраҡлашып, ваҡытында ябып торорға ла кәрәк. Бының өсөн ошондай ботаҡтар ҡулай. Бесәй хәтлем генә булдырырһығыҙ, уңышығыҙҙы һаҡлап ҡалырһығыҙ, моғайын...
Читайте нас: