ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
1 Июнь 2020, 18:05

Һуған себененән нисек ҡотолорға?

Һуған менән кишерҙе аралаштырып ултыртыу ысулын күптәр белә. Тағы бер алым - һуғанды иртәрәк сәсеү. Себен оса башлау менән бер квадрат метр майҙанға 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно, бер балғалаҡ ҡара борос һибегеҙ. Бынан һуң 4 -5 көн һайын ерҙе йомшартығыҙ.

Һуған менән кишерҙе аралаштырып ултыртыу ысулын күптәр белә. Тағы бер алым - һуғанды иртәрәк сәсеү. Себен оса башлау менән бер квадрат метр майҙанға 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно, бер балғалаҡ ҡара борос һибегеҙ. Бынан һуң 4 -5 көн һайын ерҙе йомшартығыҙ.
Ҡарышлауыҡты еңеүҙең тағы бер ысулы - тәмәке оно төнәтмәһе. 200 грамм тәмәке онон йәки махорканы 3 литр ҡайнар һыу менән бешерәләр ҙә, 2-3 тәүлеккә ҡалдырып торалар. Һуңынан 10 литр һыу, бер аш ҡалағы һабын, бер балғалаҡ борос һалып бутайҙар һәм түтәлгә һибәләр.
Бәшмәк ауырыуы һуғанды серетә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сир ерҙә икенсе йылға тиклем һаҡлана. Унан ҡотолоу өсөн һуған һәм һарымһаҡты ҡояшлы көндә алалар һәм 25-26 градус йылыла, еләҫ урында киптерәләр, һуңынан аҡбур менән эшкәртеп һаҡлауға һалалар.
Переноспороз - шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Тәү сиратта, һуғандың ҡыяғында аҡһыл йәшел төҫтәге таптар барлыҡҡа килә, һуңынан улар һорғолт-күкһел төҫкә әйләнә. Ҡыяҡтарҙың осо ваҡыт үтеү менән һарғая, кибә. Ауырыу ямғырлы һәм һыуыҡ көндә айырыуса шаша. Был бәшмәк тә ерҙә һәйбәт ҡышлай. Шуға ҡышҡылыҡҡа һуған ҡалдығын түтәлдә ҡалдырмаҫҡа, уны икенсе йыл башҡа урынға сәсергә кәңәш ителә.
Көрәш ысулы: һуғанды төньяҡтан көньяҡҡа табан ултыртырға кәрәк. Араһында сүп үләне үҫмәһен, бер-береһенә яҡын сәсмәҫкә. Һуған ҡыяғы 10-12 сантимерға еткәс, еҙ хлорокись шыйыҡсаһы менән эшкәртергә. Бының өсөн 10 литр һыуға бер аш ҡалағы һабын һәм еҙ хлорокисы өҫтәргә.
Фузариоз күпселек осраҡта һарымһаҡта осрай. Тәүҙә үҫемлектең төбө йомшара, һуңынан ул кибә һәм ҡорой. Ауырыуға бирешмәһен өсөн йәшелсәне сәсер алдынан 10 литр һыуға 1 ҡалаҡ еҙ купоросы һалынған шыйыҡса менән эшкәртергә.
Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.
Читайте нас: