Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
8 Сентябрь 2020, 14:00

Үҙ муллығы менән көҙ килде

Көҙ - йәйге хеҙмәткә йомғаҡ яһаған мәл. Тырыштар был миҙгелдә сәскән йәшелсә-емеше уңышын йыйып, ысын мғәнәһендә, тантана итә. Әле халыҡ дәррәү картуф ҡаҙыуға тотондо. Көндөң ҡоро һәм йылы тороуы ла “ер алма”ларын тиҙерәк урынлаштырыу өсөн яҡшы.Смаҡ ауылынан Рәсимә һәм Ришат Шаһмановтар бына бер нисә йыл инде был эште техника менән башҡара.

Көҙ - йәйге хеҙмәткә йомғаҡ яһаған мәл. Тырыштар был миҙгелдә сәскән йәшелсә-емеше уңышын йыйып, ысын мғәнәһендә, тантана итә. Әле халыҡ дәррәү картуф ҡаҙыуға тотондо. Көндөң ҡоро һәм йылы тороуы ла “ер алма”ларын тиҙерәк урынлаштырыу өсөн яҡшы.
Смаҡ ауылынан Рәсимә һәм Ришат Шаһмановтар бына бер нисә йыл инде был эште техника менән башҡара. Ғаилә башлығы сәскесте лә, күмдерергә һуҡаһын да, ҡаҙғыс ҡорамалын да үҙе эшләгән. Картуф ултыртыу, күмдереү һәм йыйыуҙы күпкә еңеләйткән. Шулай булһа ла, был ер эше күмәк ҡулды ярата. Тигеҙ ыҙандарға һалынған йәшелсәләрҙе бергәләп йыйһаң күңелле лә, ырамлы ла. Шаһмановтарға ярҙамға өләсәй ҙә, балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә килгән. Бөтә эште лә шулай берҙәм башҡарырға ғәҙәтләнгән улар.
- Был баҡсала 5 сутый, икенсеһендә 18 тирәһе, - ти ғаилә башлығы. - Ерҙе буш ятҡырып булмай бит, йыл һайын шулай сәсәбеҙ. Ашарҙан артып ҡалғанын һатабыҙ. Баҙарға ла алып сыҡҡаныбыҙ бар. Йышыраҡ өйҙән килеп алалар. Эшенең ауырлығына һылтанмай ултыртһаң, файҙаһын күрәһең инде ул.
- Йәй ҡоро килгәс, ваҡ булырмы икән тип уйлағайныҡ, быйыл да картуф эре. Ғөмүмән, ҡоролоҡҡа ҡарамай, бөтә емеш-еләк, йәшелсә ифрат уңды, - ти хужабикә, яңы ғына күсереп ултыртҡан еләк түтәлдәренә ымлап. Һарғайған япраҡтар араһында тәгәрәшеп ятҡан һуңғы ҡыярҙар яңыраҡ ҡына бында мул уңыш алыныуын иҫбатлаһа, сентябрь ҡояшы нурында иркәләнгән әллә нисәмә төр сәскә был йортта уңған, эшһөйәр кешеләр йәшәүе тураһында һөйләй.
-Үҫтергән уңыштарын иҫән-һау ашарға яҙһын, - тип һүҙгә ҡушыла балаларҙың өләсәһе Миңзиә Шаһманова. – Йыйған уңышыңды дөрөҫ һаҡлау бик мөһим. Картуфтың ҡышты нисек сығыуы уның сортына ғына түгел, ә ҡаҙыу-йыйыу шарттарына ла бәйле. “Ер алма”һын ҡоро көндә алырға тырышырға кәрәк. Аҙыраҡ эреләнһен тип, ҡаҙыуҙы һуҙырға ярамай. Бүлбеләр файҙалы матдәләрен юғалтыуы ихтимал. Ваҡытынан алда алырға ла ярамай. Йыйғас, уның эреһен вағынан айырып, сорттарға бүлеп, сирлеләрен ташлап, баҙға һалабыҙ. Ҡышын да, серегәндәре бармы-юҡмылығын тикшереп, даими рәүештә ҡарап тороу мөһим.
Был биш балалы татыу ғаиләне күптәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Рәсимә Шакир ҡыҙы - ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса мастер, Ришат Рәфҡәт улы янғын һағы автомобилен йөрөтә. Һөнәри бурыстарына яуаплы ҡараған, эшен еренә еткереп үтәгән, кеселекле, кешелекле Шаһмановтар хеҙмәт коллективында ла, ауылдаштары араһында ла хөрмәт ҡаҙана.
Читайте нас: