ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
21 Сентябрь 2020, 19:05

Күңел матурлығы эшендә генә түгел, йөҙөндә лә сағыла

Ихаталарына килеп ингәндә Зилә апай Смаҡова яңы ғына баландан ҡайтып, бер күнәк тирелгәнен бешерергә ултыртҡан да, тәлгәшлеһен бауға теҙә ине. Был эште ул шул тиклем яратып башҡара. Һытылырға етешеп бешкән емештәр уның тилбер ҡулында ҡыҙыл яҡут йәки гәүһәр һымаҡ емелдәгән кеүек тойола хатта. Һоҡланып туймаҫлыҡ.

Ихаталарына килеп ингәндә Зилә апай Смаҡова яңы ғына баландан ҡайтып, бер күнәк тирелгәнен бешерергә ултыртҡан да, тәлгәшлеһен бауға теҙә ине. Был эште ул шул тиклем яратып башҡара. Һытылырға етешеп бешкән емештәр уның тилбер ҡулында ҡыҙыл яҡут йәки гәүһәр һымаҡ емелдәгән кеүек тойола хатта. Һоҡланып туймаҫлыҡ.Быйыл балан бик уңған, йыраҡҡа йөрөргә лә түгел. Хәҙер был емеште йәштәр бик үҙ итеп бармай бит, еҫен яратмаған булалар. Уйлап ҡараһаң, ул - бына тигән витамин сығанағы. Балан ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, тамырҙар ҡыҫылыуҙан, атеросклероздан файҙалы. Шулай уҡ ҡаҡшаған нервыларҙы дауалай, бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Күптәр С витамины тип, ситтән килтерелгән лимонға өҫтөнлөк бирә, ә баланда ул цитрус емешенә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, - ти Зилә Нурулла ҡыҙы.
Бер сыҡҡанда тип, бәшмәк үҫкән урындарҙы ла ҡарап ҡайтҡан.
- Йәй ҡоро булғас әле бик күренмәй. Шулай ҙа көҙгө ямғырҙар бәшмәкселәрҙе ҡыуандырыр, тип уйлайым. Еребеҙ йомарт бит беҙҙең, әле бына күптән түгел ҡомалаҡ та йыйып алдым, - ти апай эшенән айырылмай ғына киптерергә һалған тубырсыҡтарға ымлап.
Мәҡәләбеҙ геройы былтыр бәшмәктән арыу ғына аҡса эшләгәнен дә йәшермәй. Тәүҙә ғаиләһенә, балаларына етерлек йыйып, тоҙлағанын тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа тигәнен йыуып, бешереп туңдырғысҡа һалғас, таныш-белештәренә, туған-тыумасаһына һатҡан.
- Күп булды бит үткән йыл бәшмәк. Тәбиғәт байлығын күрәләтә әрәм иткәнсе тип, яйы тура килгән һайын бикәс менән ҡырға сыҡтыҡ та киттек, хатта Күмертау яғына барып еттек. Шулай итеп, 50-60 килограмм тирәһе һаттым. Эш һәм аҡса юҡлыҡтан да түгел, көҙгө тәбиғәттә йөрөүҙән, кешене һөйөндөрөүҙән кинәнес алыу өсөн, - ти Зилә Смаҡова.
Ҡәнәғәтлек, шатлыҡ тойғоһо биргән шөғөлдәре бик күп Зилә апайҙың. Ул районда ҡул эше оҫтаһы булараҡ та танылған. Бәйләү-сигеүгә йәштән маһир, һаулығы буйынса һауынсылыҡтан китергә мәжбүр булғас, сәйләндән сувенирҙар биҙәргә, алмас менән сигеү тип аталған ҡул эшенең яңы төрөнә лә өйрәнгән. Әлеге ваҡытта уның шәхси коллекцияһында йөҙгә яҡын картина, ағас-ҡыуаҡ, сәскә бар. Яҡындарының, дуҫтарының тыуған көндәренә, юбилейҙарына бүләк иткәндәренең иһә иҫәбе-һаны юҡ. Иң уңышлы һәм матур килеп сыҡҡан тип һанаған ижад емешен күрһәтеүҙе һорағас:
- Бөтә күңелемде биреп эшләгәс, барыһы ла яҡын һәм ҡәҙерле. Һәр ваҡыт ярҙам итергә ашҡынып торған тормош иптәшемә, балаларыма, улар беҙҙең өсәү, ейән-ейәнсәрҙәремә бәхетле оҙон ғүмер теләп, биҙәк-нағыштарымды теҙәм дә теҙәм, - тип яуап бирҙе ул.
Ҙур баҡса үҫтереп, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан Зилә Нурулла ҡыҙынан яратҡан шөғөлдәренә нисек ваҡыт бүлә алыуы хаҡында һорауҙы урынһыҙ күрҙем. Уңғандың ҡулы унау тигән әйтем бар бит халҡыбыҙҙа. Тап бына Зилә апай кеүектәргә ҡарата әйтелгән ул.
Читайте нас: