ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
1 Октябрь 2020, 12:30

Бәхетте һәр кем үҙ ҡулы менән сүкей

Иштуған ауылында балаларын үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырып, тиң ҡартайған, әле лә донъя тотҡаһы, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә өлгөһө булған ғаиләләр бик күп. Зилә һәм Салауат Әйүповтар – шундайҙарҙың береһе.

Иштуған ауылында балаларын үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырып, тиң ҡартайған, әле лә донъя тотҡаһы, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә өлгөһө булған ғаиләләр бик күп. Зилә һәм Салауат Әйүповтар – шундайҙарҙың береһе.
Көҙгө матур сыуаҡ көндә тораҡ пункттың ошо маҡтаулы кешеләре менән осрашып һөйләшергә насип булды. Беҙҙе бөхтә итеп йыйыштырылған өйҙөң соланына уҡ сыҡҡан тәмле бәлеш еҫе ҡаршы алды. Күрмәйенсә лә таҙалыҡ һәм тәмле бешеренергә яратҡан хужабикәне күҙаллап, ә ихаталағы тәртиптән егәрле хужаны сырамытып өйгә үтәбеҙ. Ишек төбөндә үҙ көйөнә автомат кер йыуыу машинаһы әйләнә. Башҡа тауыш-тын юҡ. Беҙҙең халыҡта ишек шаҡып инеү нисектер килешмәгән һымаҡ. Бер кем дә сыҡмағас, уңайһыҙ булһа ла, туҡылдатып та, өндәшеп тә ҡарайым. Баҡһаң, ауыл ерендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәгән эштән саҡ ҡына арынып, төп яҡта башҡортса спектакль ҡарайҙар икән.
Оло йәштә булһа ла, Зилә апай йәшлек тилберлеген юғалтмаған, йүгереп килеп сыҡты. Шул арала электр сәйнүгенең артына төртөп ебәрҙе, микротулҡынлы мейесен әйләндерә һалды.
- Бына шулай йәшәйбеҙ инде... – был һүҙҙәрҙе уның зарланып түгел, ә, киреһенсә, һөйөнөп, дөрөҫөрәге ҡәнәғәтлек хисе менән әйтеүен шунда уҡ тояһың. – Газ, электр бар, сәй ҡайнап ултыра, кер йыуыла. Тормош көтөү хәҙер элекке һымаҡ ауыр түгел бит ул. Шөкөр итеп, йәшәргә лә йәшәргә!
Ғүмер көҙҙәренең ошондай сыуаҡ, матур, йылы булыуында, әлбиттә, Зилә апай менән Салауат ағайҙың икеһенең дә тырышлығы, сабырлығы, маҡсатҡа ынтылышлығы һәм ныҡышмаллығы ята. Был бәхетле ҡартлыҡ көндәренә нисек еткәнен улар үҙҙәре генә белә. Бер-бер артлы тыуған балаларҙы уҡытыу, аяҡҡа баҫтырыу, колхоз һәм шәхси хужалыҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш көн-төндө генә түгел, ә миҙгел менән миҙгелдәрҙе ҡауыштырып, бына ошо көнгә алып килеп еткергән.
- Тормош булғас, төрлө ваҡыт булғандыр, шулай ҙа арыу йәшәнек, тип әйтә алам. Балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Тырышып уҡынылар, үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарына инеп, әлеге көндә барыһы ла һайлаған һуҡмаҡтары буйлап ышаныслы атлай. Үҙ ғаиләләре, донъялары булһа ла, беҙгә бер ваҡытта ла ваҡыттарын йәлләмәйҙәр. Байрамға ла, ял көнөнә лә, эшкә лә бергәләшеп ҡайтып, беҙҙе шатландырып ҡына торалар, - ти бәхетле әсә.
Зилә апай ҡырҡ йылға яҡын колхозда - бухгалтер, келәт мөдире, Салауат ағай бригадир, ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә улар икеһе лә тырышлығы, иплелеге, ярҙамсыллығы менән абруй яулай. Һөнәри йәһәттән дә, татыу ғаилә булараҡ та ауылдаштары араһында лайыҡлы ихтирам ҡаҙана улар. Ҡыҙҙары Зөлфиә һәм Фәнилә - уҡытыусы, ә улдары Самат һәм Фаил Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, икеһе лә халыҡ һаулығы һағында хеҙмәт итә. Балалары, хәҙер инде ейәнсәрҙәре лә ҡыуандырып ҡына тора уларҙы. Олоғайған көндә ошо үҙе бәхет түгелме?
Читайте нас: