Мин йәйҙе Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында үткәрҙем. Унда минең биш ағайым һәм шаян дуҫтарым бар. Әхирәтем Мәликәне кәзә һөҙҙө, хатта бәрәсе лә һөҙөргә маташты.
Мин йәйҙе Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында үткәрҙем. Унда минең биш ағайым һәм шаян дуҫтарым бар. Әхирәтем Мәликәне кәзә һөҙҙө, хатта бәрәсе лә һөҙөргә маташты.
Яратҡан бесәйемдең исеме - Персик. Тағы беҙҙең бер һыйыр, ике быҙау бар. Элек эт тә бар ине - Мөхтәр, тик ул ҡасты.
Йәй көнө ауылда беҙҙең өй эргәһенә соҡор ҡаҙҙылар. Мин унда алтын эҙләйҙәр, аҙаҡ бассейн булыр, тип уйланым. Соҡор ҡаҙған ағай унда ағастан эшләнгән ҡуян тапты. Ул ватыҡ, эсенә тупраҡ тулған ине. Бына шулай йәй үтте лә китте.