ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
7 Декабрь 2020, 14:50

“Айыҡ ауыл - 2020”

“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды.

“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды.
Был мәртәбәле сарала быйыл райондың 16 ауыл ҡатнашырға теләк белдереп, конкурс положениеһына ярашлы төрлө саралар үткәрҙе. Башҡа йылдарҙан айырмалы, пандемияға бәйле сараларҙың күбеһе онлайн ойошторолдо. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ әүҙемлек һәм ойошҡанлыҡ күрһәтте. Биш ауыл, атап әйткәндә Һыртлан, Йомаҡ, Муллағол, Рассвет, Партизан финалға сыҡты. Улар район хакимиәтендә жюри алдында башҡарған эштәре буйынса презентация менән сығыш яһаны. Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Муллағол ауылы беренсе урын яуланы. Ул конкурстың республика этабында район намыҫын яҡлаясаҡ. Маҡтаулы урын алған башҡа ауылдар өсөн быйыл район хакимиәтенең дә бүләктәре бар.
Читайте нас: