ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Декабрь 2020, 17:36

Ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ?

Гәзит уҡыусыларыбыҙ, ә һеҙ бөгөн ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ? Беҙҙең менән бүлешер яңылыҡтарығыҙ юҡмы?

Эш урыныбыҙ ҡалала булһа ла, беҙ ауылдар менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Ихлас, ҡунаҡсыл халыҡтың йәшәйешенә, башҡарған эштәренә, уларҙы борсоған мәсьәләләргә битараф түгелбеҙ. Тажлы вирусҡа бәйле ҡатмарлы осорҙа гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуҙар ойоштора алмаһаҡ та, телефон аша улар беҙгә үҙ яңылыҡтарын еткереп тора. Бөгөн ниндәй эштәр менән мәшғүл икән ауыл халҡы?
Сәлмән РӘХИМОВ, хаҡлы ялда:
- Һуғымдарҙы һуйып, итте урынлаштырып бөттөк. Малдың эс-ҡарынын эшкәртеп, ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ике туңдырғысыбыҙ ҙа ризыҡ менән тулы, Аллаға шөкөр. Донъялар тыныс торһон, һәммәбеҙ ҙә иҫән-һау булайыҡ.
Зәлиә ШӘРИПОВА, йәш әсә:
- Ҡышты яратам мин. Йәйге, көҙгө эштәрҙән, тынғыһыҙлыҡтан арынып ҡалған осор бит ул. Тап ҡышын ҡул эштәре менән шөғөлләнеү оҡшай. Ғаиләмде тәмле ризыҡтар менән һыйлар өсөн дә ваҡыт күберәк ҡала. Әле бәләкәстәремә йылы әйберҙәр бәйләйем. Кистәрен күмәкләшеп китап-журналдар уҡыйбыҙ, уйындар уйнайбыҙ.
Зөлфиә ХИСМӘТУЛЛИНА, хужабикә:
- Ауылдарҙа эш бөтөп торған саҡ әле. Гөрләп ҡаҙ өмәләре үтеп китте. Хәҙер түҙемһеҙлек менән Яңы йылды көтәбеҙ. Быйылғы йыл бигерәк ауыр бит, алдағыһын имен-аман ҡаршыларға булһын. Үҫтергән малыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ үҙебеҙгә ризыҡҡа яҙһын. Сир-сырхауҙар ҙа үтеп китә күрһен инде берүк.
Марсель ХАРИСОВ, студент:
- Беҙҙең дәрестәр онлайн режимында бара. Университетта уларҙан ҡасыу яғын ҡарай торғайныҡ (көлә), әле иһә уҡытыусыларҙы, иптәштәремде һағындым. Әсәй янында рәхәт булһа ла, төркөмдәштәрем менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәм. Ауылда йорт эштәрен башҡарам, мал ҡарайым. Ҡар көрәрлек яуманы әле. Йыл бөтөп барһа ла, быйыл нисектер байрам кәйефе һиҙелмәй.
Бына ошондай хәбәрҙәр алдыҡ ауылдарҙан. Гәзит уҡыусыларыбыҙ, ә һеҙ бөгөн ниндәй эштәр менән мәшғүлһегеҙ? Беҙҙең менән бүлешер яңылыҡтарығыҙ юҡмы? Редакция менән бәйләнеште өҙмәгеҙ, хәбәрләшеп торайыҡ.
Читайте нас: