ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
14 Декабрь 2020, 19:01

Изге эшкә теләк кенә кәрәк

Яҡтыкүл ауылы халҡының ниәте тормошҡа ашырына ышанабыҙ.

Башҡортостанда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы” 2014 йылдан эшләй. «Башҡортостан Республикаһының дәүләт финанстары һәм бурыстары менән идара итеү» программаһына ярашлы аҡса бүленә.
Мәләүез районы ауылдарында ла программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйыл Бәләкәй Шәрип ауылы үҙ проекты менән сыҡты һәм 502,78 мең һумға мәңгелек йортто тәртипкә килтерҙе. Киләһе йыл Яҡтыкүл халҡы ла ата-бабалар рухы алдында бурысын үтәү маҡсатында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әҙерлек эше әүҙем бара. Ауыл биләмәһе хакимиәте һәр ғаиләнең фекерен өйрәнеп, 19 ноябрҙә йомғаҡлау йыйылышы уҙғарҙы. Унда өс тәҡдимдән "БР Мәләүез районы муниципаль районы Яҡтыкүл ауылы зыяраты ҡоймаһын яңыртыу" проекты хупланды.
Читайте нас: