Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Ғинуар 2021, 19:30

Хәйерле кис һәммәгеҙгә лә!

Яңы йылдың беренсе эш көнө бөгөн, көрт кисеп ҡыуана-ҡыуана, йүгерә-атлай килеп еттегеҙме эш урындарына? Кем нисектер, бына әхирәтем ҡышҡы каникулдарҙан ялҡты, улай ғына түгел, бүкте. Улай ҙа була, тиһегеҙме? Ял итергә, байрам яратмаған кеше тип уйлай күрмәгеҙ. Дин юлында йөрөһә лә, шыршы янында шаярып, көлөп-йырлап, ҡотлап йөрөй, беләм. Ә бына байрам табынын яратмай инде. Яңы йыл байрамын күптәребеҙ шыршы, Ҡыш бабай, Ҡар һылыу, мандарин еҫе, һәм әлбиттә, шампанское менән күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ана шул иҫерткес эсемлек арҡаһында табынды шайтан туйына тиңләй. Барса халыҡтың эскәнен күреп, йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Яңы йыл байрамын инҡар итмәй ул. “Бүләктәр бирешеп, туғандар менән матур итеп аралашып, доғалар уҡып, матур теләктәр менән ҡаршы алһаң һәйбәт тә инде. Бар бәләнең башы – эскелектә”, - ти ул. (Дауамы аҫтағы һылтанмала).

Яңы йылдың беренсе эш көнө бөгөн, көрт кисеп ҡыуана-ҡыуана, йүгерә-атлай килеп еттегеҙме эш урындарына? Кем нисектер, бына әхирәтем ҡышҡы каникулдарҙан ялҡты, улай ғына түгел, бүкте. Улай ҙа була, тиһегеҙме? Ял итергә, байрам яратмаған кеше тип уйлай күрмәгеҙ. Дин юлында йөрөһә лә, шыршы янында шаярып, көлөп-йырлап, ҡотлап йөрөй, беләм. Ә бына байрам табынын яратмай инде. Яңы йыл байрамын күптәребеҙ шыршы, Ҡыш бабай, Ҡар һылыу, мандарин еҫе, һәм әлбиттә, шампанское менән күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ана шул иҫерткес эсемлек арҡаһында табынды шайтан туйына тиңләй. Барса халыҡтың эскәнен күреп, йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Яңы йыл байрамын инҡар итмәй ул. “Бүләктәр бирешеп, туғандар менән матур итеп аралашып, доғалар уҡып, матур теләктәр менән ҡаршы алһаң һәйбәт тә инде. Бар бәләнең башы – эскелектә”, - ти ул. Баҡтиһәң, ире өсөн өҫтәл түрендә аҡбаш ултырһа, иң яҡшы байрам иҫәпләнә икән. Хәләл ефете ҡаршы төшкәс, урамда кәйеф-сафа ҡороп, ләх булып эсеп ҡайтҡан.
“Беҙҙең халыҡ шул көйләп-сөйләй белмәй инде ул. Ашыңды ултырт, виноһын һалһын, һиңә мотлаҡ эсергә түгел дә инде. Аҙаҡ виноһы ла онотола ул”, - тип кәңәш биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы апай.
Дуҫтар, әхирәттәр, һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Тиҙҙән бит иҫкесә Яңы йыл яҡынлаша бит, алда тағы байрам көтә.
Читайте нас: