Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Февраль 2021, 17:24

Нардуған байрамы гөрләп үтте

Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылында боронғо йоланы «Илһам шишмәһе» түңәрәгенә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар ойошторҙо.

Селләгә тура килгән Нардуғанды башҡорттар элек-электән байрам итеп билдәләгән. Көндәр оҙая башланыуына арналған боронғо йоланы Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылы халҡы әле лә онотмай. Быйылғы сараға ла улар ныҡлы әҙерләнгән. Балаларҙы башҡорт халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторған был фольклор сараһы гөрләп үтте. Уны ауыл китапханаһы «Илһам шишмәһе» түңәрәгенә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар ойошторҙо.
Бер көн алдан сапҡынсылар, бала-саға йорттан йортҡа теләктәр теләп йөрөнө. Хужалар уларҙы бик йылы ҡаршы алды, ихлас һыйланы. Иртәгәһенә байрам сараһы ауыл уртаһындағы уйын майҙансығында дауам итте. Бында үҫеп килгән быуынға һәм ҡунаҡтарға ғөрөф-ғәҙәт, башҡорт халыҡ уйындары күрһәтелде. Нардуған байрамы, нимәгә бәйле барлыҡҡа килеүе, йола тураһында ауыл китапханасыһы Гөлирә Ишһарина һәм түңәрәктең әүҙем ҡатнашыусыһы Альмира апай Юлтимерова һөйләне. Селлә бабай (Таңһылыу Мәжитова) менән осрашыу йәнле килеп сыҡты. Йыйынға һәр кем күстәнәс алып килгәйне. Тәскирә апай Бикмөхәмәтова менән Рим ағай Хажиев ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән һыйланы.
Гөлирә Ишһарина.
Фотолар архивтан.
Читайте нас: