ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
11 Февраль 2021, 14:07

Төпкөл ауылда ла интернетһыҙ эш бармай

Заман башҡа - заң башҡа, әле 21 быуат башында ла бар донъяны һанлаштырыуҙы күҙ алдына ла килтермәһәк, бөгөн интернетһыҙ тере ҡул, бер эш тә бармай. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, ҡыҙым түләгәнен раҫлар өсөн ҡағыҙ вариантта бер документ алыр өсөн көнө буйы һалым инспекцияһын һағаланы. Система эшләмәгәс, бөтә эш туҡталды, ә уныһына икенсе көн генә йән өрөлдө. Бына шулай тормошобоҙ тулыһынса һанлаштырылған. Төрлө хеҙмәт, документтар әйләнеше интернет ресурстары аша башҡарыла. Ошо нигеҙҙә республика Хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте «Уңайлы интернет» проектын ғәмәлгә ашыра башланы. Төп маҡсат - төпкөл ауылдарҙы ла интернет менән тәьмин итеү.

Хәҙерге заманда һанлы йәмғиәтте һанлаштырыу йүнәлешендә әүҙем эш алып барыла. Төрлө хеҙмәт, документтар әйләнеше интернет ресурстары аша башҡарыла. Ошо нигеҙҙә «Уңайлы интернет» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, уны республика хөкүмәте һәм «Башинформсвязь» йәмғиәте тәҡдим итте.
Күләмле проекттың төп маҡсаты – ауылдарҙа йәшәүселәрҙең интернет булмау мәсьәләһен хәл итеү. Проект, сүсле-оптик технологиялар ҡулланып, 262 бәләкәй ауылда бүлеү селтәрҙәре төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Был проекттың үҙенсәлеге шунда: интернет ауылға ғына түгел, ә граждандарҙың ғаризаһы буйынса һәр йортҡа еткерелә. Башҡортостанда бөтәһе 100 мең кешене һәм 40 меңгә яҡын йортто интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.
Фото:zen.yandex.ru
Читайте нас: