Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
15 Февраль 2021, 19:45

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы башланды. Уның сиктәрендә конкурстың муниципаль этабында еңгән Мәләүез районының Муллағол ауылында “Балан һуғыу” тип аталған халыҡ байрамы үтте.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабы башланды. Уның сиктәрендә конкурстың муниципаль этабында еңгән Мәләүез районының Муллағол ауылында “Балан һуғыу” тип аталған халыҡ байрамы үтте.
Ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау маҡсаты менән ойошторолған сарала район Советы рәйесе секретары Лилиә Һөйәрғолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Арғымаҡ” этнотөркөмө етәксеһе, күренекле яҡташыбыҙ Ринат Рамаҙанов, “Айыҡ ауыл” проекты координаторы Юлия Мырҙабулатова, урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова ҡатнашты.
Аптраҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов йыйылыусыларҙы ауылда үткән күркәм ваҡиға менән ҡотлап, конкурстың район этабында еңеү Муллағолда йәшәгән һәр кем өсөн ҡыуаныслы, уның барыһы өсөн дә уртаҡ шатлыҡ булыуын билдәләне. Был еңеү, ысын мәғәнәһендә, бөтә ауылдың эше икәнлеген бер кем дә инҡар итмәйҙер, сөнки был ҡыҫҡа ваҡытта һәм айырым төркөм генә атҡара торған бурыс түгел, ә оҙайлы процесс һәм тотош команда эше. Уға ярашлы, бында йыл әйләнәһенә халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барылды, унда йәше-ҡарты дәррәү ҡатнашты.
Муллағол ауылы ҙур түгел, унда бөтәһе 61 йортта йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Ауылдың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәте, байрамдары бар. Күрше-күлән элек-электән унда дуҫ-татыу йәшәүе менән айырыла, күмәк ҡул талап ителгән эштәрҙе өмә менән йәки ҡулалмаш эшләргә күнеккәндәр. Балан һуғыуға ла һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килеп, матур ғәҙәткә әйләндергәндәр. Тора-бара ул йолауи байрамға, хәҙерге термин менән әйткәндә “бренд сараһы”на әүерелгән. Йыр-бейеү ҙә, уйын-көлкө лә, оҫталыҡ дәресе лә булды ул. Уны тамаша ҡылыусылар балан емешенең файҙаһы, унан ниндәй ризыҡтар, эсемлектәр әҙерләнеүе хаҡында ла ҙур мәғлүмәт алды.
Был сара тағы бер тапҡыр Муллағолда ҡунаҡсыл, йомарт, айыҡ тормош алып барған һәм уны пропагандалаған кешеләр йәшәгәнлеген күрһәтте. “Ауылым ғорурлығы” тип аталған оҫталар күргәҙмәһе лә тораҡ пунктта бәйләү-сигеүгә, милли биҙәүестәр яһауға оҫта ҡатын-ҡыҙҙар, спорт, айырыуса милли көрәш менән шөғөлләнеүсе ир-егеттәр, умартасылар кеүек бик талантлы, уңған халыҡ йәшәгәнлеген һөйләй ине.
Эйе, муллағолдар сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы. Был уларҙың ҡылыҡтарында ла, йәшәү рәүешендә лә сағыла. Төҙөк йорттар, төрлө йәштәгеләрҙең биләмәлә ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, янып йәшәүе, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе, яңы йорттар һалыныуы – быларҙың барыһы ла шуны асыҡ дәлилләй. Шуға күрә уларҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсының һуңғы этабында ла лайыҡлы урын алыуына ышаныс ҙур.
Читайте нас: