Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Июнь 2021, 10:20

Көтөү көтөүсеһеҙ ҡайта...

Аяныс хәл 14 июндә Әлшәй районының Раевка ауылы янында була. Унда 55 йәшлек көтөүсе ир һәләк була. Күл эргәһендә уның йыртҡыстарҙан кимерелгән кәүҙәһен табып алалар.

Аяныс хәл 14 июндә Әлшәй районының Раевка ауылы янында була. Унда 55 йәшлек көтөүсе ир һәләк була. Күл эргәһендә уның йыртҡыстарҙан кимерелгән кәүҙәһен табып алалар.
Башинформ хәбәр итеүенсә, хәлдең ысынбарлыҡ булыуы раҫланған. Көтөүсене урындағы халыҡ яллаған була. Иртән ул көтөүҙе алып сығып китә, тик кисен малдар көтөүсеһеҙ ҡайтып инә.
“Ир йөрәк өйәнәгенән мәрхүм булған, ҡырағай йәнлектәрҙең тешләү эҙҙәре һәм тәнендәге яралар ул үлгәндән һуң булған. Көтөүсенең үлеме факты буйынса тикшереү эштәре бара”, - Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты агентлыҡҡа ошо мәғлүмәтте биргән.
Тотороҡһоҙ һауа торошо төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе була, бигерәк тә йөрәү-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға үҙ хәл-торошона иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙегеҙ менән кәрәкле дарыуҙар йөрөтөгөҙ һәм ҡояштан һаҡланырға онотмағыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: