Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
3 Сентябрь 2021, 14:20

Берҙәмлектә - көс

Шәхси фекер Лилия Тәүхитова: Урамға һыу торбаһы үткәреү бик тә ваҡытлы инде. Һыуһыҙ интегергә яҙмаһын. Быйылғы эҫе ҡоро йәйҙә Боһорман йылғаһы ҡороно. Ҡайһы берәүҙәрҙең ишек алдында үҙҙәре ҡаҙған ҡойоһо бар, барлыҡҡа, Эткөсөк ауылындағы апайым тәрәндән мәтеле һыу тартып сығара ла, мәҫәлән, тондороп эсә. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ауыл халҡының проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ итә, шуға ҡыуанабыҙ.

Берҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс

Ауыл ерендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп, бына нисә йыл рәттән республика Хөкүмәтенән ярҙам ала. Районда ла урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса  байтаҡ эштәр башҡарыла. Боһорман ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди урамында 700 метр оҙонлоҡта үҙәкләштерелгән һыу торбалары үткәрелә башланы. Был эште “Газсантехмонтаж” йәмғиәте (етәксеһе Игорь Кичигин) атҡара. Беҙ уларҙы эштең ҡыҙыу мәлендә осраттыҡ. Эшселәр ике метр тәрәнлектә ер ҡаҙып, сифатлы полипропилен торбаларҙы һалыу менән мәшғүл. “Егеттәр эште йылдам башҡара”, - ти Әбет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы   Фәнир Үмәрғәлин. Проект 786 мең һумға иҫәпләнгән, Лилиә Кутузованың крәҫтиән-фермер хужалығы, “Иҙел” агрофирмаһы матди ярҙам күрһәткән (йәмғеһе 44 мең һум), ауыл халҡы ла бер аҙ үҙ өлөшөн индергән.

Шәхси фекер

Лилия  Тәүхитова:

  • Урамға һыу торбаһы үткәреү бик тә ваҡытлы инде. Һыуһыҙ интегергә яҙмаһын. Быйылғы эҫе ҡоро йәйҙә Боһорман йылғаһы ҡороно. Ҡайһы берәүҙәрҙең ишек алдында үҙҙәре ҡаҙған ҡойоһо бар, барлыҡҡа, Эткөсөк ауылындағы апайым тәрәндән мәтеле һыу тартып сығара ла, мәҫәлән, тондороп эсә. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ауыл халҡының проблемаларын хәл итеүҙә булышлыҡ итә, шуға ҡыуанабыҙ.
Берҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: