Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
3 Февраль 2022, 09:35

Йомортҡа һалһын тиһәгеҙ

Гәзит уҡыусыбыҙ Әминә Мөҙәрисова йыл һайын ҡышҡылыҡҡа тиҫтәләп тауыҡ ҡалдыра. Әллә ниндәй һыуыҡ көндәрҙә лә кетәктән йомортҡа йыйып индерә ул. “Бигерәк егәрлеләр, мин уларҙы ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән йәш килендәргә оҡшатам”, - ти ул тауыҡтарын яратып ҡарап. Хужабикәнең фекеренсә, ҡышын да йомортҡанан өҙөлмәҫ өсөн төп ике шарттың үтәлеүе мотлаҡ.

 

Гәзит уҡыусыбыҙ Әминә Мөҙәрисова йыл һайын ҡышҡылыҡҡа тиҫтәләп тауыҡ ҡалдыра. Әллә ниндәй һыуыҡ көндәрҙә лә кетәктән  йомортҡа йыйып индерә ул. “Бигерәк егәрлеләр, мин уларҙы ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән йәш килендәргә оҡшатам”, - ти ул тауыҡтарын яратып ҡарап. Хужабикәнең фекеренсә, ҡышын да йомортҡанан өҙөлмәҫ өсөн төп ике шарттың үтәлеүе мотлаҡ. Беренсенән, һарайҙың йылы, ҡаралған булыуы, икенсенән, ҡош-ҡортто дөрөҫ итеп ашатыу, тәрбиәләү кәрәк.

Әминә апай тауыҡтарын көнөнә ике тапҡыр ашата. Иртәнсәк өҫтәлдән ҡалған ризыҡ ҡалдығы (икмәк, бутҡа, йәшелсә, кишер һәм башҡалар) менән һыйлай, комбикорм болғап та бирә. Унда ваҡланған ҡабырсыҡ (ракушка) ҡуша. Ҡош үҫтереүҙе биш бармағылай бергән ханым уның менән генә сикләнмәй. Ҡышын тауыҡ ризығына бер аҙ сүпрә ҡушыу һәйбәт тип иҫәпләй. Улай итһәң, ҡош-ҡорттоң кәүҙә ауырлығы ла арта, иммунитеты ла нығый. Әммә ул ауырлыҡ дүрт-биш процент ҡына тәшкил итергә тейеш.

Көн дә ҡоштарға таҙа һыу бирергә оноторға ла ярамай. Тағы ла тауыҡтарҙы төрлө сирҙәрҙән һаҡлар өсөн балыҡ майы, һөйәк оно бирә.

Әминә апай тауыҡтар торған һарайҙың иҙәненә ағас онтағы йә иһә бесән түшәй, аҫтарын таҙартып тора. Ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә тауыҡҡа 15 сәғәт тирәһе яҡтылыҡ кәрәк. Шуға ла электр лампаһы менән һарай эсе яҡтыртыла

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: