Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
17 Март 2022, 12:39

Ихлас йәштәребеҙ барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө

Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналып ойошторолған “Яҙ сәскәләре” исемле байрамға бәйләп, саңғы ярышы ла үтте.

Ихлас йәштәребеҙ барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө
Ихлас йәштәребеҙ барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө

Сараны асып,  Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы исеменән спорт мастеры Мансур Насиров залда ултырған бар гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы. Мәҙәниәт һәм спортта иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Иң бәләкәй артистарыбыҙ - “Ҡояш­ҡай” балалар йыр ансамбле әсәләренә “Минең әсәйем” тигән йыр йырлап ишеттерҙе һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен өләште. Ир-егеттәрҙән Ринат Сәғитов гитарала уйнап йырлаһа,  Миҙхәт Саликов гармунда һыҙҙырҙы, Николай Сигаев йөрәккә үтерлек йырҙары менән ҡыуандырҙы.

Лилиә Бикбаева башҡарған йырҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Әлфиә Кәримованың моңло тауышы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Мә­ҙәниәт йортоноң “Аҡ ҡайындар” ансамбле кисәгә ҡабатланмаҫ йәм өҫтәне.

Ҡатын-ҡыҙҙар береһе лә иғтибарһыҙ ҡал­маны, улар сәскәләр алып ҡыуанды. Йы­йылған халыҡ күтәренке кәйеф менән таралышты.

*******

Ҡаран ауылы биләмәһендә йылына бер нисә тапҡыр ойошторолған саңғы ярышында олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнаша. Балаларҙа кесе йәштән спортҡа ынтылыш, һөйөү уянһын өсөн Ҡаран ауылы спорт мастеры Мансур Насиров бөтә көсөн, тырышлығын һала. Уға барыбыҙ ҙа рәхмәтле.

Ярышта ҡатнашыусылар Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде, тәмле приздар менән һыйланды. Бына ниндәй шәп, беҙҙең ҡарандар! Афарин!

Гөлсәсәк СОЛТАНҒОЛОВА.

Ихлас йәштәребеҙ барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө
Ихлас йәштәребеҙ барҙа киләсәгебеҙ өмөтлө
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: