Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
6 Октябрь 2022, 11:20

Эш әле бихисап

Өй төҙөүҙең нимәһе бар, мүкләйһе лә сутлайһы, тип әйткән ти төҙөлөшкә ҡағылышы булмаған берәү.  Шуның кеүек, баҡсаһы булмаған кеше генә йәшелсә-емеш үҫтереүҙең серен, ауырлығын төшөнөп етмәй. “Иртә таңдан баҡсаһында ни үҫә, күрше әбей шуны йыйып килтерә лә көнөнә өс-биш мең аҡса эшләп ҡайтып китә. Уның ни ҡыйынлығы бар? Укробын, йәшел һуған ҡыяҡтарын “чик-чик-чик” итеп кенә киҫеп бәйләнең дә, дә әйҙә һат та аҡса эшлә!” - Йәшелсә баҡсаһы ишегенең ҡайһы яҡтан асылғанын белмәгән танышым шулай еңел генә фекерләй. Уның һүҙҙәре йылмайырға мәжбүр итә, сөнки ни булһа ла үҫтерер өсөн, күп көс түгергә кәрәк. Киләһе йыл уңышын хәстәрләгәндәргә октябрь айында ла эш етерлек.

 

Октябрь - көҙ уртаһы, шуға ла яҙҙан көҙгә тиклем баҡса мәшәҡәте менән бер аҙ арыған кешеләр тиҙ арала эштәрҙе тамамлап, ял итеү тураһында уйлай. Әммә башҡараһы эштәр етәрлек.

Тәжрибәле баҡсасылар бар баҡсаны һәнәк ярҙамында ҡаҙып, йомшартырға кәңәш итә. Айҙың тәүге яртыһында емеш биргән ҡыуаҡтар органик, фосфорлы, калийлы ашламаға мохтаж. Уларҙы тупраҡҡа тигеҙләп таратығыҙ. Йәйҙең икенсе яртыһы ҡоро килде, шуға ҡыуаҡ, ағастарҙы дымға туйындырырға, ергә һеңдергәнсе һыу һибергә онотмағыҙ. Сөнки үҫентеләр һыуһап, хәлһеҙләнеп ҡышҡа инһә, һалҡындар уларҙы ҡоротасаҡ, ул бигерәк тә йәш үҫентеләр өсөн хәүефле.

Яҙын  емеш үҫентеләре ултыртырға иҫәбегеҙ бар икән, соҡорон алдан әҙерләп ҡуйығыҙ.

Емеш ағастарының тирә яғын, тамырына зыян килтермәйенсә ҡаҙып, йомшартып сығырға онотмағыҙ. Барлыҡ йыйып, киҫеп алынған ботаҡ, сүп-сарҙы яндырығыҙ. Өлкән ағастарҙа ҡыуыштар барлыҡҡа килеүсән, уларҙы ла дезинфекцияларға.

Октябрҙә ағастарҙа япраҡ ҡойолоп бөтә. Кемдер уларҙы компостҡа һалып ҡуя, ә белгестәр төрлө сир һәм ҡоротҡостар күренгән япраҡтарҙы йыйып яндырырға тәҡдим итә.

Ҡыуаҡтарға килгәндә, ҡара ҡарағат, крыжовник үҫентеләрен нәҡ октябрь урталарына тиклем ултыртып ҡалырға кәрәк. Әйткәндәй, ҡарағат иртә таңдан кискә тиклем ҡояш яҡтыртҡан урынды яратмай. Соҡорон ҡаҙғас, торф, тиреҫ менән тупраҡты бергә яҡшылап бутағыҙ.

Ағастарҙы формалаштырыу өсөн иң ҡулай осор - көҙ. Ботаҡтарын киҫеп алғандан һуң яраһын водород перекисе, тәбиғи майлы буяу, битум йәки баҡса һағыҙы менән һөртөп ҡуйығыҙ.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: