Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
21 Октябрь 2022, 15:05

Кәзә мал түгел тиһәләр ҙә...

Яҡтыкүл ауылында йәшәгән Алтынбикә Ҡамбулатова хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған нигеҙенә ике йыл элек ҡайтып, кәзә үрсетә башлай.

Яҡтыкүл ауылында йәшәгән Алтынбикә Ҡамбулатова хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған нигеҙенә ике йыл элек ҡайтып, кәзә үрсетә башлай.

Кәзә һөтөнөң файҙаһы

Онкология сиренән интегеүселәргә химия терапияһы үткәндән һуң 10-15 көн кәзә һөтө эсергә кәңәш ителә.

 Һөйәк һынғанда туҡымаларҙың тиҙерәк ялғаныуына ярҙам итә. Кәзә һөтөндә тимер һыйырҙыҡына ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. Ул өс тапҡыр еңелерәк үҙләштерелә.

Аллергия менән йонсоғанда ла ҡурҡмай ҡулланырға мөмкин. Лактозаны организмы ҡабул итмәгәндәр ҙә эсә ала: уның һөтөндә лактоза һыйырҙыҡынан 13 процентҡа кәмерәк,  аҡһымды организм тулыһынса үҙләштерә.  Кәзә һөтөндә йөрәк ритмын яйға һалырға ярҙам иткән калий күп.

Ашҡаҙан һуты кислоталығын нейтралләштерә.

 Псориаз булғанда кәзә һөтөн талғын утта ике-биш минут ҡайнатҡас, икенсе һауытҡа бушаталар. Кәстрүл ситенә йәбешеп ҡалған шекәрәне зарарланған урынға һөртәләр

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: