Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
7 Март 2023, 12:50

Яҡшыға юрап йәшәйек

Беҙгә яҙалар Яҡшыға юрап йәшәйек Көндәр һуңғы арала йылы ғына тора. Бесәйем минең менән йөрөп мал ҡарашты, өйгә индек. Өй эсе һыуынып киткән кеүек. Балалар өшөп ҡуйыр тип, оло мейескә яғырға булдым. Ҡулымда ҡайын туҙы менән шырпы. Бер туҡтауһыҙ аяҡҡа һырылып йөҙәткән бесәй күренмәй. Саҡырып та ҡарайым, юҡ теге. Мейес алдында сүкәйеп, туҙҙы тоҡандырҙым, бүлмәлә әсе төтөн еҫе таралды. Утын һалынған мейес эсендәге “мыяу” тигән таныш тауыш ҡолаҡҡа салынды бит бер заман. Усаҡтан утындарҙы кире сығарҙым, мейес эсенә күҙ һалам, күренмәй. Тағы ла мыяулай: эйе, тауыш мейес ауыҙынан ишетелә. Ныҡлабыраҡ ҡараһам, арт һыны күренә, ҡойроғон болғап ултыра яуыз. Башы менән ярты кәүҙәһен мөрйә юлына тыҡҡан, ҡойроғонан һөйрәп саҡ тартып алып, тышҡа ебәрҙем. Ярай ҙа сыҡты, төпкәрәк инһә, бер мәхлүк арҡаһында ҡыш уртаһында мейес һүтергә тура килер ине, Аллам һаҡлаһын. Төнөн ныҡ итеп һыуытырын ҡайҙан белгәндер мырауҡайым. Мейес ауыҙын тимер ҡапҡас менән ябып йөрөйөм хәҙер. Һыуыҡта нимә эшләр тиһәм, бесәйем шифоньер башына урынлашты, шунан беҙҙе күҙәтеп ята, көн йылытҡас, хәҙер иҙәндә аунай. Йәнлектәр бар нәмәне беҙҙән алдараҡ тоя шул. Халыҡ һынамыштары шулай барлыҡҡа килә. Эт ҡарҙа аунаһа, буранға. Сәпсектәр йөнөн ҡабартып ултырһа, һыуыҡҡа. 1 мартта сәпсек эсерлек һыу иреһә, яҙ йылы, йәй яҡшы килә, тиҙәр. Үҙемдең күҙәтеүҙәрҙән беләм: йыл да 13-14 мартта сәпсек ҡойонорлоҡ ҡар һыуы була. Яҙҙарыбыҙ имен килһен, яҡшы хәбәрҙәр килтерһен. Гел яҡшыға юрап йәшәйек. Аллаһы Тәғәлә тәбиғәттең матурлығын тойоп, күреп йәшәргә насип итһен. Рәсимә Ғайсина, Томансы ауылы.

Беҙгә яҙалар

Яҡшыға юрап йәшәйек

Көндәр һуңғы арала йылы ғына тора. Бесәйем минең менән йөрөп мал ҡарашты, өйгә индек. Өй эсе һыуынып киткән кеүек. Балалар өшөп ҡуйыр тип, оло мейескә яғырға булдым. Ҡулымда ҡайын туҙы менән шырпы. Бер туҡтауһыҙ аяҡҡа һырылып йөҙәткән бесәй күренмәй. Саҡырып та ҡарайым, юҡ теге. Мейес алдында сүкәйеп, туҙҙы тоҡандырҙым, бүлмәлә әсе төтөн еҫе таралды. Утын һалынған мейес эсендәге “мыяу” тигән таныш тауыш ҡолаҡҡа салынды бит бер заман. Усаҡтан утындарҙы кире сығарҙым, мейес эсенә күҙ һалам, күренмәй. Тағы ла мыяулай: эйе, тауыш мейес ауыҙынан ишетелә. Ныҡлабыраҡ ҡараһам, арт һыны күренә, ҡойроғон болғап ултыра яуыз. Башы менән ярты кәүҙәһен мөрйә юлына тыҡҡан, ҡойроғонан һөйрәп саҡ тартып алып, тышҡа ебәрҙем. Ярай ҙа сыҡты, төпкәрәк инһә, бер мәхлүк арҡаһында ҡыш уртаһында мейес һүтергә тура килер ине, Аллам һаҡлаһын.

Төнөн ныҡ итеп һыуытырын ҡайҙан белгәндер мырауҡайым. Мейес ауыҙын тимер ҡапҡас менән ябып йөрөйөм хәҙер. Һыуыҡта нимә эшләр тиһәм, бесәйем шифоньер башына урынлашты, шунан беҙҙе күҙәтеп ята, көн йылытҡас, хәҙер иҙәндә аунай.

Йәнлектәр бар нәмәне беҙҙән алдараҡ тоя шул. Халыҡ һынамыштары шулай барлыҡҡа килә. Эт ҡарҙа аунаһа, буранға. Сәпсектәр йөнөн ҡабартып ултырһа, һыуыҡҡа. 1 мартта сәпсек эсерлек һыу иреһә, яҙ йылы, йәй яҡшы килә, тиҙәр. Үҙемдең күҙәтеүҙәрҙән беләм: йыл да 13-14 мартта сәпсек ҡойонорлоҡ ҡар һыуы була.

Яҙҙарыбыҙ имен килһен, яҡшы хәбәрҙәр килтерһен. Гел яҡшыға юрап йәшәйек. Аллаһы Тәғәлә тәбиғәттең матурлығын тойоп, күреп йәшәргә насип итһен.

Рәсимә Ғайсина, Томансы ауылы.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: