Конгэк
+3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
22 Ғинуар , 09:50

Ҡатын- ҡыҙ йөрәге һүнмәҫ ҡояш бит ул

"Йәмғиәткә файҙалы булған балалар тәрбиәләүемә шатмын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ быуынымда ике һуғыш күрергә тура килде", - ти Ғәлиә инәй.

Ҡатын-ҡыҙ йөрәге һүнмәҫ ҡояш бит ул

Үҙеңде кемгәлер кәрәкле итеп тояһың икән, тимәк, бәхетлеһең. Ҡотлобулат ауылының тигеҙ урамы буйлап адреста күрһәтелгән йортто эҙләп барыуым.  Ошо көндәрҙә туҡһанына аяҡ баҫасаҡ  Ғәлиә Иҫәнаманова менән телефон аша һөйләшкән инем инде.

- Сатнама һыуыҡта ауылдың бер инәйен яҙам тип яфаланып йөрөмәһәгеҙ ҙә була инде, тип хәстәрлекле тауышы менән килеүебеҙгә ҡаршы төшһә лә, был яҡтың матур яҙмышлы кешеләре менән осрашыуға һалҡын ғына  ҡаршылыҡ буламы!?

Мәҡәләбеҙ геройының ата-әсәһе  Ғафури районынан, колхозлашыу осоронда  ошо яҡҡа  килеп төпләнгән. Күмәк хужалыҡта бригадир булып эшләгән атаһы Сабирйән бабай 1942 йылда фронтҡа алына. Һирәк кенә килгән өсмөйөшлө  хаттарҙа 4 бала менән  ҡалған ҡатыны Бибисараға  балалар яҙмышы өсөн өҙгөләнеүе, уларҙы кеше итеү мөһимлеге тураһында яҙа һалдат.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йылдан һуң яугир һәләк була.

Һуғыш осорон кем йылы тәҫьорат менән хәтерләһен инде? 5-се класты тамамлап өлгөрмәй, 13 йәшенән колхоз эшенә йөрөй, утау, мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша. 16 йәше тулыр-тулмаҫ ярты йыл боҙло һыуҙа һал ағыҙа, урман киҫә, утын әҙерләй. Бына шулай башлана үҫмер ҡыҙҙың хеҙмәт юлы.

Мөхәббәт һорап алынмай,ул хәйер түгел, тигәндәй, Бөрйәндән бесән әҙерләргә килгән Тимерйән менән таныша. Йәштәр араһында һөйөү уты ҡабына. Бөгөн генә ике район араһы яҡын һымаҡ, һөйгәнен бер күреү өсөн заманында юлһыҙ, күперһеҙ араны күп үтә Тимерйән Ғәббәс улы. Тырыш, эшһөйәр егетте хужалыҡ етәкселеге никахтан һуң үҙҙәрендә ҡалдыра. Тиҫтерҙәре һымаҡ колхозды аяҡҡа баҫтырыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләй Иҫәнамановтар. 55 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғаиләлә 6 балаға ғүмер бирәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһе әсә йөрәген ауыр ҡайғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа күскән. Наилә, Нурсилә, Рәфис - Мәләүез ҡалаһында, Рәйлә ҡыҙы Үрге Юлдаш ауылында донъя көтә. “Балаларым уңған булды. Кеше өлөшөнә инмәне, ярҙамсыллыҡтары, ябайлыҡтары менән айырылып торҙо. Бөгөн дә мине сабыйҙай хәстәрләп, ял һайын яныма ҡайтып, хәлемде беләләр. Олоғайған һайын үҙем дә уларҙы нығыраҡ һағынам, юҡһынам. Хафаланма, тип тынысландырһалар ҙа, әсә күңеленә бойороп булмай, төндәрен йоҡламай, теләктәр юллайым.  Яуҙағы ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуҙарын теләйем”, - ти  “Көнгәк” гәзитен сыҡҡаны бирле алдырған ағинәй.

Бына шулай ябай, әммә ҡояштай йылылыҡ өләшкән яҡташтарыбыҙ менән көслөбөҙ.

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1891713

Ҡатын- ҡыҙ йөрәге һүнмәҫ ҡояш бит ул
Ҡатын- ҡыҙ йөрәге һүнмәҫ ҡояш бит ул
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: