Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
24 Апрель , 06:13

МАЙ БАЙРАМДАРЫ ХӘТИРӘЛӘРЕ

Ауылда йәшәгәндәрҙең барыһының да шулай булғандыр инде ул.

МАЙ БАЙРАМДАРЫ ХӘТИРӘЛӘРЕ
МАЙ БАЙРАМДАРЫ ХӘТИРӘЛӘРЕ

Бәләкәй саҡта 1 майҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Беҙҙең ғаиләлә тап ошо байрамға ныҡлы әҙерләнеү ғәҙәткә ингәйне. Тәҙрә ҡаттарын алып, өйҙө йыуабыҙ, түшәк кәрәк-яраҡтарын сығарып, ҡаҡҡанын ҡағып, йыуғанын йыуып индерәбеҙ, ҡормаларҙы йәйгелектекенә, еңелерәгенә алмаштырабыҙ. Йорт тирәһен, ихатаны һепереп, сүпте түгәбеҙ. Алда яратҡан байрам булғанғалыр, был эштәрҙең барыһы ла шатлыҡ менән яратып башҡарыла ине.

Уныһынан да бигерәк 1 майға атай-әсәй беҙҙе баштан-аяҡ яңынан кейендерҙе. Байрамға тауға сыҡҡанда яңы күлдәк, яулыҡ, аяҡ һәм хатта эске кейемдәргә тиклем яңыны кейҙерҙеләр. Әсәй үҙенең ҡыш буйы бәйләгән шәлдәрен Мәләүез баҙарына алып барып һата ла, кейемде һәр беребеҙгә үҙе һайлап алып ҡайта торғайны. Хәҙер бер кейемде ҡырҡ мәртәбә кейеп ҡарап алһаң да, йә теге, йә был ерен килештереп булмай. Ә элек әсәй алып ҡайтҡан күлдәктәр үлсәп теккән һымаҡ  тап-таман була торғайны.

Тауға, тәбиғәткә сыҡҡанда әлеге кеүек шешлек-мешлек юҡ. Консервалағы балыҡ, шешәлә шәкәрле сәй һәм төрлө төҫкә буяп, күкәй алып сығабыҙ. Тауҙың берәй матур ғына урынына ултырып, алып барған ризыҡтарыбыҙҙы ашап, мәктәптә өйрәнгән йырҙарыбыҙҙы йырлап, әтмәкәй, йыуа йыйып, уйындар уйнап ҡайта торғайныҡ. Гармун уйнаған йәштәр булһа, уларҙың йырлап-бейеп, күңел асҡанын ҡарайбыҙ.

Бик күңелле була торғайны. Талпан тип тә ҡурҡыу юҡ. Берәй иҫерек осрар тип тә уйламайбыҙ.

Хәҙерге байрамдар ғына бер төрлө үтә. Олоғайғанға ғына түгел. Балалар-йәштәрҙән дә һорашам: улар араһында 1 майҙың ниндәй көн икәнлеген дә белмәгәндәре бар. Иң мөһиме, 3-4 көн ял итәләр! Шул ғына...

Фаягөл ИҪӘНБАЕВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: