Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Сентября 2025, 12:20

Илһөйәрлек тойғоһо ҡандан

“Халт” позывнойлы яугиргә бәһлеүән кәүҙәле булғанға шундай ҡушамат биргәндәр.

Илһөйәрлек тойғоһо ҡанданИлһөйәрлек тойғоһо ҡандан
Илһөйәрлек тойғоһо ҡандан

Уға  илһөйәрлек тойғоһо ҡандан килә: буласаҡ ата-әсәһе армия сафында хеҙмәт иткәндә танышып ғаилә ҡорған. Ике йәшлек сағында йыш сирләгәс, атаһының тыуған төйәге Тажикстандан 1983 йылда әсәһенең тыуған яғына, Мәләүез ҡалаһына күсенәләр. “Һаулығыма бәйле ул яҡта миңә йәшәргә ярамаған”, -  ти 43 йәшлек хәрби ветеран.

Әрмелә хеҙмәт иткәндә Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, тыныс холҡо, һалҡын ҡыйыулығы, яҡшы стратег булыуы инженер-сапер хеҙмәтендә ярҙам иткән, һуңғараҡ та ирекле формированиеларҙа булған.

Махсус хәрби операцияға ла ул үҙ теләге менән барған. 2023 йылда штурм ваҡытында ҡаты яраланған яугирҙе самолет менән госпиталгә оҙаталар. “Ҡыҙыма биргән вәғәҙәмде үтәнем - тере ҡайттым”, - ти тыуған яҡтарына таяҡҡа таянып ҡайтҡан ветеран.

Махсус хәрби операцияға тиклем 6-сы лицейҙа водитель булып эшләгән яугирҙең йәш быуынға  тәрбиәүи мөнәсәбәтен һиҙҙем. Мәктәп һәм башҡа уҡыу йортона илһөйәрлек темаһына арналған осрашыуға йыш саҡыралар. Бындай саралар, һис шикһеҙ, илебеҙҙең ысын патриоттары булып үҫеүенә булышлыҡ итә.

Балалар баҡсаһына йөрөгән улы менән бергә йәнһүрәт ҡарарға ваҡыт тапҡан ул. Яуҙа атыштар, емереклектәр араһында ла матурлыҡты күрә, таба белгән, телефондан бәйләнеш ваҡытында Хоҙай ҡөҙрәте менән тере ҡалған сәскәләрҙе фотоға төшөрөп яҡындарына ебәргән. Бына шундай нескә күңелле, шул уҡ ваҡытта ғаиләһенә, иленә хәүеф янағанда ҡорал тотоп ил һағына баҫҡан йәнһүрәт геройы позывнойлы “Халт”.

Илһөйәрлек тойғоһо ҡандан
Илһөйәрлек тойғоһо ҡандан
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас