Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
1 Декабрь 2025, 08:33

Һәр районда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре асыла

Бөгөн 10 ярҙам үҙәге эшләй. Улар Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, Нефтекама, Өфөлә, Баймаҡ, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Мәләүез райондарында урынлашҡан. Радий Хәбиров республиканың һәр муниципалитетында ошондай үҙәктәр асыу бурысын ҡуйҙы.

Һәр районда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре асыла
Һәр районда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре асыла

”Маҡсатыбыҙ – уларҙы һәр муниципалитетта асыу. Ошондай үҙәктәрҙә төрлө ярҙам күрһәтелә. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары эшләй, улар ветерандарҙы, туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙы оҙатып йөрөй. Шулай уҡ төрлө саралар, шул иҫәптән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының күсмә ҡабул итеүҙәре ойошторола. Берҙәм ярҙам үҙәктәренә ярҙамға мохтаждар ғына мөрәжәғәт итмәй. Бында ярҙам күрһәтергә теләүселәр ҙә килә. Ундай кешеләр бик күп, уларҙың алдында түбәнселек менән баш эйәм”, – тине Радий Хәбиров.

 

Гөлназ САЛАУАТОВА фотоһы

Автор:
Читайте нас