«Ышаныслы тыл» төркөмө 2025 йылдың 2 февралендә ойошторолған. Уның составына Гөлфиә Хәсәнова, Земфира Саматова, Ольга Палаева һәм Гөлнара Леонтьева инә. Ирекмәндәр аҡсалата ла, матди яҡтан да гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә. Улар шулай уҡ видеояҙма аша мөрәжәғәт иткән яҡташтарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай .
Хәрәкәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Гөлфиә Хәсәнова быға тиклем икенсе төркөмдә ирекмән була. Махсус хәрби операцияға ҙур ярҙам кәрәклеген аңлап, үҙенең ирекмәндәр берләшмәһен булдырырға ҡарар итә. Уның атаһы һәм ике туған ағалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы ла әлеге аҙымды яһарға этәргес була.
Земфира Саматова ла «Ышаныслы тыл»ға ингәнгә тиклем гуманитар ярҙам йыйыу буйынса башҡа ирекмәндәр проекттарында ҡатнаша. Уның да яңы төркөмгә ҡушылыу ҡарары яугирҙәргә ярҙам итеү теләге менән бәйле була. Ул ирен һәм ағаларын юғалта, шуға күрә айырым яуаплылыҡ тоя.
Ольга Палаева - иң әүҙем ирекмәндәрҙең береһе. Ул гуманитар ярҙамды ҡабул итә, сорттарға бүлә һәм төрөп юлға әҙерләй. Ольга 2022 йылда мобилизация башланғандан алып ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнаша.
Гөлнара Леонтьева шәхсән алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтә. Уны һәр яугир, әйтерһең дә, бүләк ҡабул иткән кеүек, шатланып ҡаршы ала. Гөлнара махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡурҡмай, сөнки барыһы ла яҡшы булыуға ышана.
Гөлнара яугирҙәрҙең һәр ваҡыт бәйләнештә булыуын һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашыуын билдәләй. “Мин ҡурҡыу тураһында уйламайым, минең өсөн көн һайын үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған яугирҙәргә ярҙам итеү мөһим, - ти ҡатын. - Һәр һалдат беҙҙең өсөн туған һәм яҡын кеше булды.”
Ирекмәндәр махсус хәрби операциялағыларҙың бөтә ихтыяжын өйрәнеп, уларҙы ҡәнәғәтләндерергә тырыша. «Йөрәк саҡырыуы буйынса», «Хәрби туғанлыҡ» һәм «Мәләүез мобилизацияһы» кеүек башҡа ойошмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Улар шулай уҡ 15-се «Гүзәл» балалар баҡсаһынан ярҙам ала. Ҡотош, Айтуған, Бәләкәй Моҡас һәм Смаҡ ауылдары халҡы мендәрҙәр эшләй һәм маскировка селтәрҙәре үрә. Һәләк булған яугирҙең атаһы 3D-принтер һатып алып һәм дрон өсөн деталдәр баҫтырып бирә.
Бына шулай, Гөлфиә, Гөлнара, Земфира һәм Ольга кеүек ҡыйыу ҡыҙҙар ваҡытын, көсөн йәлләмәй, үҙ тырышлыҡтары менән Еңеүҙе яҡынайта. Уларҙың фиҙакәрлеге һәм эшкә тоғролоғо күптәрҙе рухландыра.