Республика район һәм ҡалаларында махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәктәре барлыҡҡа килә.
МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү маҡсатында «Бер тәҙрә» режимында комплекслы консультация һәм практик ярҙам өсөн үҙәктәре асыла. Бөгөн ошондай 20 үҙәк эшләй. "Улар эшләгән урындарҙа ярҙамдың комплекслы, оператив, адреслы һәм уңайлы булыуын күрәбеҙ. Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа, диспансерлаштырыуҙа улар өсөн кәртәһеҙ мөхит булдырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелә. Йыл аҙағына тиклем бындай үҙәктәр бөтә райондарҙа һәм ҡалаларҙа булдырылырға тейеш. Был эште һөҙөмтәле ойоштороу өсөн хөкүмәт аппараты структураһында бер ай эсендә айырым подразделение – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса департамент булдырыла.
Был эште координациялауҙы Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына беркетергә. Шулай уҡ Һанлы үҫеш министрлығына, Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы һәм Башҡортостан республикаһы менән идара итеү үҙәге менән берлектә берҙәм һанлы платформа, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын планлаштырыу һәм анализлау өсөн идара итеү панелен булдырырға ҡушам», - тине Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтнамәһен уҡып ишеттергәндә.
Альбина Арыҫланова,"Ватанды Һаҡлаусылар " фондының социаль координаторы:
- Быйылдан башлап махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары буйынса үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, ветерандарға теш протезлау өсөн 100 мең сертификат бирелә. Мөрәжәғәттәр күп. Ата-әсәләр, ветерандар беҙгә мөрәжәғәт итә, ярҙам саралары тураһында белә, һуңынан беҙ уларҙы дәүләт структураларына йүнәлтәбеҙ.