Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
28 Февраль , 16:00

"Алтын гаишник" МХО-ға юллана

БР буйынса  ЮХХДИ-ның экс-имтихан бүлеге начальнигы Илдус Шәйбәков махсус хәрби операцияға юллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул үҙе һәм уның ҡул аҫтындағыларҙың тотош төркөмө ҡатнашҡан ришүәтселек системаһын булдырыуҙа ғәйепле тип табылды.

"Алтын гаишник" МХО-ға юллана
"Алтын гаишник" МХО-ға юллана

Был аҙнала Шәйбәковҡа 18,5 йылға хөкөм итеп, ҡаты режимлы колонияға ебәреү ҡарары сығарыла.Бынан тыш, суд уға 2,5 миллион һум күләмендә штраф тәғәйенләй, полиция подполковнигы дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында вазифа биләүҙе туғыҙ йылға тыя.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шәйбәков тирәләй булған ғауға 2021 йылдың апрелендә башлана. Ул саҡта республиканың ЮХХДИ имтихан бүлегенең элекке начальнигында 44 миллион һумдан ашыу суммаға мөлкәт табыла. Тикшереү версияһы буйынса, был аҡса енәйәт юлы менән алынған. Тәфтишселәр билдәләүенсә, Шәйбәков енәйәтселек берләшмәһен ойоштора һәм етәкләй, ул оҙаҡ ваҡыт дауамында имтихандар тапшырмай ғына водитель таныҡлығы биреү менән шөғөлләнә. Ришүәт өсөн буласаҡ водителдәр бөтә һынауҙарҙы үтеп, танытма ала. Енәйәт эше ҡуҙғатылғандан һуң ул бер йылдан ашыу тикшереүҙәрҙән йәшеренеп йөрөй. Уны 2021 йылда эҙләү иғлан ителә, ә 2022 йылдың авгусында ғына ҡулға алалар. Шул ваҡыттан алып хөкөм ҡарары сығарылғанға тиклем ул СИЗО-ла була.

«Алтын» тип йөрөтөлгән элекке гаишниктың (эштәге суммалар һәм мөлкәт өсөн) махсус хәрби операция зонаһына үҙ исемен таҙартыу өсөн юллана: ғәйепләнеүселәр һәм хөкөм ителеүселәр бындай хоҡуҡҡа эйә.

 

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас