Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәрҙе хәстәрләгән ағинәйҙәргә йырлы-моңло хөрмәт

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Смаҡ ауылы ағинәйҙәрен хөрмәтләнеләр.

Яугирҙәрҙе хәстәрләгән ағинәйҙәргә йырлы-моңло хөрмәт
Яугирҙәрҙе хәстәрләгән ағинәйҙәргә йырлы-моңло хөрмәт

Аҙнаһына ике тапҡыр йыйылып селтәр үргән ағинәйҙәр ысын мәғәнәһендә маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Улар араһында яугир әсәләре лә бар. Бөгөнгә 450-нән ашыу маскировка селтәре үргән улар, ебәргән посылкаларҙың иҫәбе-һаны юҡ.  Һәр сараның уртаһында ҡайнаған, йәш быуында телһөйәрлек, илһөйәрлек, әхлаҡи сифаттар, милли мәҙәниәтебеҙгә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү эштәре лә алып бара улар.

 “Һеҙҙе районда иң әүҙем эшләгән ойошма тип икеләнеүһеҙ әйтә алам. Тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам да туплай башланығыҙ”, - тине Арыҫлан ауылы биләмәһе башлығы Айрат Шәйәхмәтов өй эштәрен ситкә ҡуйып, яу ҡырындағыларға ярҙам итергә торған апайҙарға йылы рәхмәт һүҙҙәрен етекереп.

         Кинйәбикә Юлмөхәмәтова етәкләгән Смаҡ ағинәйҙәр ойошмаһы яуҙан ҡайтҡан яҡташтар менән бәйләнеш булдырған. Был юлы ла улар тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан Исламғол ауылынан “Бәләкәй” исемле яугирҙе үҙҙәренең эше менән таныштырҙы, башҡорт йолаһына ярашлы һыйлы өҫтәл артында аралашты.

 Балалар ҡыуанысы менән йәшәргә насип булһын тип, Гөлмизан Таштимерова, Хөснә Иманғолова доға уҡып, изге теләктәрен еткерҙе.    
Сара музыкаль номерҙар менән дауам итте. Ауыл хакимиәтенең йәштәр буйынса белгесе Нәсимә Суҡбаева моңло йыр, китапханасы Зәлиә Байгилдина дәртле бейеү,  “Сулпылар” бейеү ансамбленә йөрөгән балаларҙың ҡул эштәрен  бүләк итте.      
Байрам аҙағында ағинәйҙәр Кинйәбикә Юлмөхәмәтова ойоштороуында онотолоп барған башҡорт һүҙҙәрен һаҡлау ниәтенән барлыҡҡа килгән “Әлләсе “уйынын уйнаны. Байрам һәмәһенә яҡшы кәйеф бүләк итте.

Яугирҙәрҙе хәстәрләгән ағинәйҙәргә йырлы-моңло хөрмәт
Яугирҙәрҙе хәстәрләгән ағинәйҙәргә йырлы-моңло хөрмәт
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас