Көнгәк
+3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

МХО-ла һәләк булғандарҙың йәтим балаларын сиратта торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр

Башҡортостан Ҡоролтайының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты етемдәрҙе торлаҡ менән тәү сиратта тәьмин итеү тураһындағы закон проектын ҡарарға ниәтләй. «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында " төбәк законына үҙгәрештәр индерергә планлаштыралар, тип хәбәр итә парламенттың

МХО-ла һәләк булғандарҙың йәтим балаларын сиратта торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр
МХО-ла һәләк булғандарҙың йәтим балаларын сиратта торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр

Махсус операцияла ҡатнашҡан етемдәр фатир мәсьәләһен беренсе сиратта хәл итә аласаҡ, тип билдәләнә. "Һайлауға ике ярҙам форматы ҡарала: социаль ҡуртым килешеүе буйынса торлаҡ майҙаны биреү йәки милеккә торлаҡ һатып алыу йәки ипотека займдарын ҡаплау өсөн аҡсалата түләү. МХО-ла ҡатнашыусылар башҡа сираттағыларҙан өҫтөнлөк аласаҡ", - тип аңлата республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. Торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә МХО хәрбиҙәре генә түгел, ә сик буйы территорияларында хеҙмәт иткәндәр ҙә өҫтөнлөк аласаҡ.

Автор: Аклима Имамова
Читайте нас