Кинйәбикә Юлмөхәмәтова етәкләгән Смаҡ ағинәйҙәр ойошмаһы яуҙан ҡайтҡан яҡташтар менән бәйләнеш булдырған: был юлы ла улар тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан “Бәләкәй” исемле Өсбаш ауылы яугирҙе үҙҙәренең эше менән таныштырҙылар, балалар ҡыуанысы менән йәшәргә насип булһын тип доғалар уҡыны, изге теләктәрен еткереп, Гөлмизан Таштимерова, Хөснә Иманғолова аят уҡыны.
Ауыл хакимиәтенең йәштәр буйынса белгесе Нәсимә Суҡбаева йырланы, китапханасы Зәлиә Байгилдина үҙенең бейеүен бүләк итте.
Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Кинйәбикә Юлмөхәмәтова онтолоп барған башҡорт һүҙҙәрен һаҡлау ниәтенән барлыҡҡа килгән “Әлләсе “уйынын уйнанылар.