Көнгәк
+3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Армияның күҙе һәм ҡолағы

Замана тормоштоң һәр өлкәһенә яңы талап ҡуя. Махсус хәрби операция ла яуҙа яңы алымын, йәғни пилотһыҙ системалар ғәскәрен  булдырырға этәрҙе. Шул турала 26 йәшлек “Күмер” ҡушаматлы Дмитрий Глущенко һөйләне.  Заманында ул армияла элемтәсе булараҡ хеҙмәт иткән.

Армияның күҙе һәм ҡолағы
Армияның күҙе һәм ҡолағы

Заманында ул армияла элемтәсе булараҡ хеҙмәт иткән. 2024 йылда Донецк Халыҡ Республикаһына командировкаға барып ҡайтҡандан һуң, үҙ теләге менән “Барс – 13” ирекле формированиеһы аша махсус хәрби операцияға барырға теләк белдергән: алты айға контракт буйынса яуға барырға ҡул ҡуйған. Ростов өлкәһендә лагерҙә уҡыу үткәндә күп хеҙмәттәштәренең туғандары дошман күҙәтеүендә биләмәлә ҡалып зыян күреүен, өйҙәрен ҡалдырмай Рәсәй һалдаттарын көтөүен ишетә. Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илен немец илбаҫарҙарын азат иткән олатайҙарының эшен дауам иткән яугир дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәненә нығыраҡ инана.  “Хәрби кеше ҡушылғанды үтәргә тейеш. Башҡа батальонда хеҙмәт итермен тип күҙ алдына баҫтырғайным. Оператор булырмын тип уйламағайным. Декабрь аҙағынан ғына БПЛА подразделениеһы Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең мөһим звеноһына әйләнде.  Ә 2022-2025 йылдарҙа пилотһыҙ система взводы хәрби часть батальон, батальон, полк командирҙары инициативаһы менән булдырылғайны. Батальондағыларҙың күпселегенә яҡынса - 50, ике кешегә - миңә 24 һәм икенсе егеткә 34 йәш ине. Лагер командиры беҙҙе һайлап алды. Декабргә тиклем лагерҙә уҡыныҡ, ғинуарҙа батальондың үҙендә уҡыуҙар дауам итте, унан фронтҡа ебәрҙеләр. Мин хеҙмәт иткән разведка отделениеһы артиллерия утын коррекцияланы, һауа һәм ер өҫтө разведкаһы алып бара, хәрбиҙәрҙе оҙатып йөрөнө, яралыларға  медикамент, һыу запасы менән ярҙам итте, боеприпас ташланы. Разведка һәм башҡа төрлө маҡсатта дрондар файҙаланыу еңеүгә өлгәшеү өсөн ҙур өлөш индерә ”, – ти яуҙан ҡайтҡан, “Башҡортостан Геройҙары” программаһында ҡатнашҡан, райондың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаһы.

 

 

 

 

 

Армияның күҙе һәм ҡолағы
Армияның күҙе һәм ҡолағы
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас