Һарыштарҙан өлгө алырлыҡ

Күп осраҡта берҙәмлек һәм татыулыҡ көсөргәнешле осорҙа һынала.

Һарыштарҙан өлгө алырлыҡҺарыштарҙан өлгө алырлыҡ
Һарыштарҙан өлгө алырлыҡ

Күп осраҡта берҙәмлек һәм татыулыҡ көсөргәнешле осорҙа һынала. Башҡаларға ҡарата миһырбанлы булыу кемгәлер ярҙам кәрәк саҡта асыҡ күренә, ҡылынған изгелекте тап шундай мәлдәр сағылдыра.

Райондаштарыбыҙ һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға, үҙ йөрәк йылыһы менән бүлешергә әҙер.

Һуңғы йылдарҙа ил кисергән оло һынау мәләүездәрҙең берҙәм, кешелекле һәм кеселекле булыуын күрһәтте. Улар өлөшләтә мобилизацияның тәүге көндәренән махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙы хәстәрләй башланы.

Бөгөн дә ябай кешеләр, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары яугирҙәр өсөн кәрәкле әйбер йыйыуын туҡтатмай. Ир-егеттәр яуға техника, төрлө хәрби ҡоролма туплаһа, ҡатын-ҡыҙҙар йылы кейем, ойоҡбаш-бейәләй, бирсәткә бәйләп оҙата.

Һарыш ауылында оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙы был эшкә илһамландырыу, дәртләндереү маҡсатында хатта үҙенсәлекле ярыш та уҙған. Уны әүҙем йәмәғәтсе, педагог, ауыл клубы, «Илһам» һәм «Йәйғор» вокал ансамблдәре художество етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова ойошторған.

- Ауылдың ҡул эшенә маһир ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәрҙе бер ниндәй ярышһыҙ ҙа хәстәрләй ине. Ваҡытын бүлеп, күҙ нурын түгеп бәйләм бәйләүселәрҙең нисектер күңелен күрге, уларҙы дәртләндерге килде. Оҫтабикәләрҙең хеҙмәтен баһалау маҡсатында үҙенсәлекле конкурс иғлан итергә булдым. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң күп ойоҡбаш бәйләгән Фәһимә Кириллова (Шәйәхмәтова) еңеүсе тип билдәләнһә, Гөлназ Байназарова икенсе, Әлмира Килдебаева өсөнсө урынға лайыҡ булды, - ти Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы.

Ҡул эше оҫтаһы Фәһимә апай әйтеүенсә, ул яуҙағы һалдаттарға бәйләгән һәр ойоҡбашына күңел йылыһын, изге теләген ҡушҡан.

Конкурста икенсе урын яулаған Гөлназ Байназарова ла үҙен хәстәрлек эшенә тулыһынса бағышлаған, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.  

Минең ойоҡбаштарым һалҡында яугирҙәрҙең аяғын йылытһын, һаулығын һаҡлаһын ине тигән изге теләген хәрбиҙәрҙе хәстәрләүсе Әлмира Минихан ҡыҙы ла еткерҙе.

- Ярышта ҡатнашып, бүләк отоу өсөн бәйләмәнек, әлбиттә, шулай ҙа, беҙҙең эште ололаған, баһалаған өсөн Зәйлә Рафиҡ ҡыҙына рәхмәт, - ти улар.

Ҡулына энә-ебен буш ваҡытында ғына түгел, бөтә эш-мәшәҡәтен ситкә ҡуйып алған, һаҡлыҡ селтәре үрергә йөрөгән, гуманитар ярҙам туплаған инәй-апайҙар ҡылған изгелек ил һағындағы һәр яугиргә етерлек.  

- Беҙ «Һалдатҡа - йылылыҡ» акцияһы ла иғлан иткән инек. Уға Һарыштан Фәрҙиә Вәхитова, Раушания Күсмәева, Зәлиә Байрамғолова, Востоктан Надежда Кайдалова ҡушылды. Ауылдашыбыҙ Ләлә Кәримова үҙенең форсаты булмағас, ойоҡбашты Күгәрсен районы Йомағужа ауылында йәшәүсе һеңлеһе Рәйсә Ибраһимованан бәйләтеп ала.

Беҙҙе еп менән тәьмин иткән эшҡыуар Татьяна Беляеваның, Себерҙә эшләп йөрөгән яҡташыбыҙ Марсель Юнысовтың матди ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Уларға рәхмәтебеҙ яуһын!  

Яуҙа һалдаттар ойоҡбаш кеймәй, тигән һүҙ ҙә ишетергә тура килә. Был дөрөҫ фекер түгел. Беҙ яуҙағы ир-егеттәр менән бәйләнештә, шуға күрә уларға үҙҙәре һораған әйберҙе генә әҙерләп оҙатабыҙ, - ти Зәйлә Әлмөхәмәтова.   

Арабыҙҙа исем-шәрифе ошо мәҡәләгә ингән тырыш һәм мәрхәмәтле инәй-апайҙар кеүек изгелек юлында йөрөгән, матур ғәмәлдәре менән һоҡландырған кешеләр күп ул.

Беҙгә артабан да ошондай берҙәмлек һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға ярҙам итеп, күмәк көс һәм рух ныҡлығы менән еңеүҙе яҡынайтырға яҙһын.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас